

Беҙҙең медицина эшсәндәре эштә лә, спортта ла һынатмай. Район, үҙҙәренең тармағы буйынса ойошторолған төрлө зональ һәм республика сараларында әүҙем ҡатнаша һәм һәр саҡ призлы урындар яулай.
Ошо көндәрҙә лә Медицина көнө айҡанлы Мораҡ үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре араһында еңел атлетика кросы уҙғарылды. Табиптар, шәфҡәт туташтары, башҡа медицина эшсәндәре етеҙлеккә, сыҙамлыҡҡа көс һынашты. Иң-иңдәр иҫтәлекле бүләктәр һәм маҡтау грамоталары алып ҡыуанды.