Мораҙым
+24 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
6 Июня 2022, 10:45

Герой менән осраштылар

Күгәрсен урта мәктәбендә уҡыусылар Рәсәй Геройы, яҡташтары, Күгәрсен ауылының арҙаҡлы уҙаманы Мансур Миңлебай улы Рафиҡов менән осрашҡан. 

Герой менән осраштыларГерой менән осраштылар
Герой менән осраштылар

 Мансур Маһинур апай менән Миңлебай ағайҙың татыу ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Күп балалы ғаиләлә бәләкәйҙән тәртип көслө була. Һәр кемдең үҙенә тәғәйенләп эш йөкмәтелә, Маһинур апай менән Миңлебай ағай балаларын бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтерә.

 Хужалыҡта етәксе булып эшләгән Миңлебай ағай талапсан, ғәҙел атай була. Миңлебай ағайҙы

мин дә яҡшы хәтерләйем. Уны ауылда ихтирам итмәгән кеше юҡтыр. Ауылдаштар уны кешелекле, ғәҙел, оҫта

етәксе булғаны өсөн ихтирам итте.  

Бәләкәйҙән отҡор, тырыш булып үҫкән Мансур иптәштәре араһында ойоштороусы, лидер була, уның эргәһенә һәр саҡ тиҫтерҙәре генә түгел,

олораҡ малайҙар ҙа килә. Маһинур апай уның тағы ла бер мөһим сифатын гел әйтә торғайны: буласаҡ герой бала сағынан уҡ һәр кис киләһе көнгә план яҙып ҡуйыр булған.

 Мансур мәктәптә яҡшы уҡый, 1982 йылда мәктәпте уңышлы тамамлап, Ҡазан юғары танк команда училищеһына уҡырға инергә ҡарар итә. Уның был хыялына өйҙәгеләрҙең береһе лә ҡаршы килмәй. Башҡортостандан килгән 56 кеше араһында 6 кешегә генә уҡырға инеү бәхете тәтей. Кемдер беренсе ҡыйынлыҡтарҙан уҡ документтарын кире ала, кемдер экзамен бирә алмай. Улар училищеға инер өсөн 4 экзамен бирә. Һуңынан физик әҙерлектәрен

тикшерәләр. Уҡыу йортонда уҡыу ҙа еңел генә булмай. Ләкин бәләкәйҙән тырыш булған егет

бөә ауырлыҡтарҙы үтеп, Ҡазан училищеһын яҡшы билдәләргә тамамлай.

 Мансур Рафиҡов хәрби хеҙмәтен 1986 йылда Германияла совет гәскәрҙәре төркөмөндә башлап ебәрә. Таулы

Ҡарабахта милләт-ара ыҙғышты туҡтатыуҙа ҡатнаша. Волгоград ҡалаһында урынлашҡан 20-се

гвардия мотоуҡсылар дивизияһының танк батальонына командалыҡ итә. Шул ваҡытта Чечен

Республикаһынан хәүефле хәбәрҙәр ишетелә башлай. Тиҙҙән уны ла ҡыҙыу нөктәгә ебәрәләр. Уның

подразделенияһы иң хәүефле йүнәлештәрҙә хәрәкәт итә. Танкист-офицерҙың танкыһы өс тапҡыр Дудаев боевиктарының уты аҫтына эләгә, әммә Мансур Рафиҡов үҙенә йөкмәтелгән хәрби бурысты үтәп сыға. Корпус командиры ҡыйыу 20-се гвардия мотоуҡсылар двизияһының айырым танк батальоны командиры Мансур Рафиҡовты Рәсәй Геройы исеменә тәҡдим итә. Рәсәй Президентының 1996 йылдың 20 ғинуарындағы Указы менән Чечен Республикаһында конституция тәртибен тергеҙеү буйынса махсус заданияны үтәүҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн Рафиков Мансур Миңлебай улына “Алтын Йондоҙ” миҙалы менән Рәсәй Геройы исеме бирелә. Ошо йылда ул Бронетанкылар ғәскәрҙәре хәрби академияһына уҡырға инә һәм уны 1999 йылда тамамлай. Артабан Төньяҡ-Кавказ хәрби округының 255-се мотоуҡсылар полкы командиры начальнигы урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итә. 1999 йылдың сентябренән 2000 йылдың июненә тиклем Төньяҡ-Кавказда контртеррористик операцияла ҡатнаша, аҙаҡ Себер хәрби оругында хеҙмәт итә. 2006 йылдан Калуга өлкәһенең хәрби комиссары урынбаҫары вазифаһын башҡара. 2012 йылдан полковник хаҡлы ялға сыға.   

 Уҡыусылар геройға төрлө һорауҙар бирҙе. Улар араһында иң ауыр һорау, бәлки, ошо булғандыр: “Һеҙгә

тере кешегә атырға тура килдеме?” Ауыр тынлыҡ урынлашты. “Иң ауыры иптәштәрҙе юғалтыу

булды. Һуғышта йә һин дошманды, йә дошман һине юҡ итә”. “Ҡурҡыныс булдымы?” “Ҡурҡыу һәр

кемдә була, тик үҙеңде ваҡытында ҡулға алырға кәрәк, кем өлгөрә - шул тере ҡала”.

- Ауырлыҡтарҙы күп күрергә тура килде, – тип дауам итте ул һүҙен. - Хатта һыуһыҙ интеккән саҡтар булды. Ул саҡта ун һигеҙ йәшлек егеттәрҙе лә утҡа индерҙеләр. Уларға бигерәк тә ауыр булғандыр. Ә беҙ, хәрби училищела уҡып, физик күнекмәләр үтеп килгән егеттәргә, ауырлыҡтарҙы үтеү еңелерәк

булды. Үлем менән күҙгә–күҙ осрашыу эҙһеҙ үтмәй. Күңелгә ауыр яра һала, - тине ул. – Шуныһы ҡыуаныслы, минең юлымды бөгөн улым, кейәүҙәрем, ҡыҙҙарым дауам итә. Һөнәр һайлау ваҡытында беҙгә ата-әсәләр ҡаршы килмәне, шуға беҙ ҙә балаларҙың яҙмыштарына ҡыҫылманыҡ, риза булдыҡ, үҙаллылыҡ бирҙек. Улар хәрби кешенең тормошон күреп үҫтеләр.

 Физик яҡтан көслө булып үҫегеҙ. Беҙҙең заманда бындай матур, иркен спорт залдары, майҙансыҡтар булманы, хәҙерге шарттарҙың ҡәҙерен белегеҙ һәм уларҙы дөрөҫ файҙаланығыҙ, - тине Мансур ағай

Балаларға изге теләктәрен юллап.

 Әсәһенең һаулығы ҡаҡшап тороу сәбәпле хәл белергә осоп ҡайтып төшкән Мансур ағайҙың күҙҙәрендә һағыш осҡондары күренеп ҡалды. Ғүмере сит ерҙәрҙә үткән герой тыуған ауылын, туғандарын, әсәһен өҙөлөп һағыналыр, моғайын. Геройҙың атаһы мәрхүм инде.

 Хушлашыу минуттары яҡынлашты, тик Рәсәй Геройы Мансур Рафиҡов менән тағы ла һөйләшке, уның һөйләгәндәрен тыңлағы килде. Тик уны тыуған йортонда әсәһе көтә. Геройға осрашыуға килгәне өсөн оло рәхмәттәр әйтеп, уҡыусылар үҙ ҡулдары менән эшләгән кескәй генә бүләктәрҙе тапшырҙы. Иҫән-һау йөрөгөҙ,

Һеҙҙең менән тағы ла осрашырға яҙһын!

Әлисә МАННАНОВА,

“Ҡояш нурҙары” отряды вожатыйы.

Күгәрсен ауылы.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас