+22 °С
Ямғыр


Район именлеге күп осраҡта яҙғы сәсеү һәм уңыш йыйыу эштәрен нисек атҡарып сығыуҙан, ниндәй уңыш алыуҙан тора. Тәбиғәт беҙгә уңдырышлы ерҙәр биргән, баҫыуҙарҙа тырыш, эш һөйөүсән һәм ерҙе яратҡан ауыл уңғандары эшләй, уларҙың тырышлығы менән быйыл да уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалынды. Тырыш хеҙмәттәре өсөн ауыл уңғандарына рәхмәт һүҙҙәре еткерелде һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәткән бер төркөм алдынғы эшсәндәр лайыҡлы наградалар менән билдәләнде.