

Һауа торошо боҙолоп китеү сәбәпле, халыҡ ат сабыштарын, балалар, спортсмендар сығыштарын күрә алманы. Әммә ҡеүәтле техникалар колоннаһы халыҡты һәр саҡтағыса ҡыуандырҙы. Бында элек етештерелгән һәм ҡулланылышта булған, әлеге ваҡытта баҫыуҙарҙа эшләгән ҡеүәтле Рәсәй һәм сит ил техникаһының мөмкинлектәрен күрергә мөмкин ине.
Ямғыр яуып тороуына ҡарамаҫтан, спорт саралары дәррәү үтте, кемдер баҡанға менде, кемдер көрәште, берәүҙәр туп типһә, икенселәр волейбол уйнаны.