Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
3 Июнь 2022, 05:40

Һынамыштар

Йәй ҡышҡа ҡарап килә, тиҙәр. Быйыл йәй нисек булыр? Әйҙәгеҙ, һынамыштарға күҙ һалайыҡ. 

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

*Иртә күк күкрәһә, йәй ямғырлы булыр.

*Йәй ағас япраҡтары һарғайһа, көҙ иртә килер.

*Йәй ҡышҡа ҡарап килә.

*Ҡоштар яҙын иртә килһә, йәйен ҡоролоҡ була.

*Йәй көнө өйөрмә ер өҫтөндә төрлө яҡҡа йөрөһә, һауа аяҙ булыр.

*Йәй көнө һауа төтөн һымаҡ күренһә, аяҙ булыр.

*Йәйге эҫелә рәшә булһа, игендәрҙе киптерер.

*Йәшен күп булһа, баланды ҡырау һуғыр.

*Кистән үлән ысыҡланһа – иртән йылы, үлән ҡоро ҡалһа – иртән һалҡын йәки өҙәрем ел булыр. 

*Кис сиңерткәләр сырылдаһа, иртән аяҙ була.

*Ҡарлуғастар бейектән осһа – көн аяҙ була.

*Себендәр дәррәү осһа, йылы көндәр килер.

*Кистән ысыҡ төшһә, иртәгәһенә аяҙ булыр.

*Ҡаҙаяҡ бөгәрләнһә, ямғырға.

*Серекәйҙәр өймәкләшеп осоп йөрөһә, баҡалар баҡылдашһа, аяҙ көнгә.

*Йәй ямғырлы килһә, ҡыш оҙон булыр.

*Күктә йондоҙҙар күренмәһә, иртәгәһенә ямғыр көт.

*Ҡоштар ояны ҡояшлы яҡҡа ҡора икән, йәй һыуыҡ килә.

*Йәйҙең өйө киң. Йәйҙең йәме – эш, көҙҙөкө емеш менән.

*Июндә ҡояш ҡалҡҡанда томра торһа, көн боҙола.

 

 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас