Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
3 Июнь 2022, 07:11

Әүлиә тауына сәйәхәт

Йәй. Балаларҙың көтөп алған каникулдары башланды. Әммә мәктәптәр әлегә бушаманы, белем биреү усаҡтарында көндөҙгө лагерҙар эш башланы. Яңы Хвалын урта мәктәбе коллективы ла балаларҙың йәйге ялы иҫтә ҡалырлыҡ һәм күңелле булһын өсөн бар тырышлығын һала. 2 июндә улар Төпсән ауылы эргәһендәге Әүлиә тауына экологик экскурсияға барған. Балалар тау тарихы менән танышҡан, уға бәйле риүәйәт тыңлаған, аҙаҡ тау битендә төрлө уйындар уйнаған.

Әүлиә тауына сәйәхәтӘүлиә тауына сәйәхәт
Әүлиә тауына сәйәхәт

Йәй. Балаларҙың көтөп алған каникулдары башланды. Әммә мәктәптәр әлегә бушаманы, белем биреү усаҡтарында көндөҙгө лагерҙар эш башланы.

Яңы Хвалын урта мәктәбе коллективы ла балаларҙың йәйге ялы иҫтә ҡалырлыҡ һәм күңелле булһын өсөн бар тырышлығын һала. 2 июндә улар Төпсән ауылы эргәһендәге Әүлиә тауына экологик экскурсияға барған. Балалар тау тарихы менән танышҡан, уға бәйле риүәйәт тыңлаған, аҙаҡ тау битендә төрлө уйындар уйнаған.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас