Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
2 Июнь 2022, 05:05

Их, күңелле каникул!

  Ялсы, Һапаш, Вәлит ауылдары балалары һәм ошо ауылдарҙа йәшәүсе олатай-өләсәйҙәренә, ҡартай-ҡәрсәцйҙәренә ҡунаҡҡа килеүсе малай-ҡыҙҙар көтөп алынған йәйге каникулды бик күңелле башлап ебәргән. Ялсы ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапханаһы эшсәндәре Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы балалар һабантуйыойошторған.  

Их, күңелле каникул!Их, күңелле каникул!
Их, күңелле каникул!

Көршәк ватыу, ҡул көрәше, күҙ бәйләп бүләк ҡырҡыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү кеүек милли уйындарҙа балалар бик әүҙем ҡатнашҡандар. Үҙҙәренең һәләтен күрһәтеп, барыһын да таң ҡалдырған балалар ҙа булған. Мәҫәлән, Сафия Үзбәков, Милана Мәхмүтова, Алмаз Йәғәфәров, Мәликә Мусина, Азалия Ишкинина, Ишморат Ҡарағужиндар шиғыр һөйләгән, Һапаш башланғыс мәктәбе уҡыусылары (етәкселәре - Леана Йәүҙәт ҡыҙы) йыр йырлап ишеттергән, өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән Гүзәлиә Ҡарағужина флейтала уйнаған.

 Балаларҙы бағыусыларыбыҙ -  Вәсилә апай Ҡарағужина,  Наилә апай Йомаева, Нурзилә Исмәғилева бүләктәр менән һөйөндөргән.  

Афарин, ялсылар!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас