

Эксперт комиссияһы дүрт көн дауамында конкурста ҡатнашыусыларҙың проекттарын баһалаясаҡ. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәҙәниәт, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Транспорт һәм юл хужалығы, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Муниципаль берекмәләр советы ассоциацияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты вәкилдәре район хакимиәттәренең заявкалары менән таныша. “Айыҡ ауыл-2021” исеме өсөн һәр райондан берәр – йәмғеһе 54 ауыл дәғүә итә.