

Быйыл Яңауылдың өлгөлө һәм абруйлы ғаиләләренең береһе булған татыу парҙың иңгә-иң терәшеп бергә тормош көтөүҙәренә 48 йыл була икән. “Аллаға шөкөр, “районка”ны ғүмеребеҙ буйы бер өҙмәй алдырҙыҡ. Һеҙ ҙә яҙылығыҙ, алдырығыҙ! Бүләк өсөн почтальоныбыҙ Клара Байғазаковаға рәхмәт, ул гәзиткә яҙҙырып, квитанция күсермәләрен ошо бүләк отошҡа йәһәтләп ебәрә лә һала, - тиҙәр улар үҙ эшенә яуаплы ҡараған һәм гәзит алдырыусыларҙы шулай дәртләндереп торған почтальондары хаҡында.