

ДОСААФ ойошмаһының урындағы бүлексәһе рәйесе Рәил Ғәфүрйән улы Мырҙабулатов әйтеүенсә, 29 кешенән торған төркөм 6 ай эсендә “Хәрби водителдәр” курсын үткән, тәртип һәм өлгәш яғынан иң яҡшылары булып танылған. Егеттәрҙең күбеһе уның ҡулынан водитель таныҡлығынан тыш, маҡтау грамоталары ла алды. Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары буйынса хәрби комиссар вазифаһын башҡарыусы Гөлгөнә Рафиҡова һәм ДОСААФ инструкторҙары курсанттарға үҙҙәренең иң изге теләктәрен еткерҙе. 18-20 йәшлек был егеттәр тиҙҙән һалдат шинеле кейәсәк.