Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
18 Май 2022, 05:38

Йөҙгә етергә яҙһын!

Күркәм ғүмер байрамдарын билдәгән өлкәндәргә ҡарата иғтибар ҙа, ихтирам да көслө беҙҙә. Ошо көндәрҙә туҡһан йәшен тултырған Лена Мөхәрләм ҡыҙы Һатыбалованы Иртөбәк ауыл советы биләмәһе башлығы З. Үзбәков, ауыл советы эштәр идарасыһы Г. Бикбаева, Йомағужа ауыл советы башлығы Р. Сабитов, уның ярҙамсыһы Г. Абдуллина, урындағы совет депутаты З. Әбдрәшитова ҡотланы. Лена Мөхәрләм ҡыҙының күргән-кисергәне бик күп кешеләрҙең яҙмыштарына оҡшаш.  Бала сағы, йәшлеге һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Шулай ҙа тормош ауырлыҡтары алдында баш эймәй, алға ынтыла. Тәрән һәм зирәк аҡыллы, донъяны яратҡан инәй бөгөн дә күтәренке рухта.  Ул сығышы менән Кушнаренко районынан. Шулай ҙа бөтә тормошо Күгәрсен районы менән тығыҙ бәйле. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Иртөбәк Ялсыһында йәшәй, колхозда бил бөгә. Биш балаға ғүмер һәм тәрбиә биргән инәйҙең  бөгөн 23 ейән-ейәнсәре, бер бүләсәре бар. Әлеге көндә ул Йомағужала ҡыҙы Әлфиә менән кейәүе Рәшит Ишдәүләтовтарҙың ғаиләһендә йәшәй. 

Йөҙгә етергә яҙһын!Йөҙгә етергә яҙһын!
Йөҙгә етергә яҙһын!

Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан алынды. 

 

 

 

 

Йөҙгә етергә яҙһын!
Йөҙгә етергә яҙһын!
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас