Мораҙым
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Май 2022, 11:45

Рухлы башҡорт ҡыҙының яңы китабы донъя күрҙе

- Беҙҙе китапҡа ҡапланып ултыраһың, тип әрләй торғайнылар элек, хәҙер һеҙҙе китап уҡытып булмай, - тип балаларҙы йыш шелтәләһәк тә, йәшерен-батырыны юҡ – үҙебеҙ ҙә китап уҡыуҙан ситләшеп барабыҙ.  Һәр хәлдә үҙемдең һуңғы ике-өс йығылып ятып китап уҡығаным юҡ ине. Яҡташыбыҙ, Бикбулат ауылы ҡыҙы Рәхимә Вәлиуллинаның һуңғы китабы ҡулыма килеп эләккәс иһә бер ултырыуҙа уҡып бөтмәйенсә айырыла алманым.  “Яҙмыштарҙан юҡтыр уҙмыштар...”ҙы йоҡлар алдынан бер аҙ уҡып алайым әле тип кенә ҡулыма алғайным. Тик төнгө 12 тулды, беренсе китте, икенсе, өсөнсө, дүртенсе... Юҡ инде, айырылып булмай!

Рухлы башҡорт ҡыҙының яңы китабы донъя күрҙе
Рухлы башҡорт ҡыҙының яңы китабы донъя күрҙе

- Туҡта әле, был герой кем булды әле, Бикбулат ауылынан шул-шул ағаймы, ә был геройҙың яҙмышы Һатлыҡ ауылынан шул апайҙың тормошона оҡшаған, ә быныһы әллә бөтөнләй Әпсәләм кешеһе инде? – китаптың аныҡ кешеләр яҙмышынан алынып, нәҡ беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың яҙмышы һүрәтләнгәнен белгәс, ирекһеҙҙән башта ошондай уйҙар тыуа.

  Бикбулат ауылында тыуып үҫеп, байтаҡ йылдар Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһында йәшәп, олоғая төшкәс иренең тыуған яғына – Татарстандың Байҙар Сабаһына ҡайтып төпләнгән Рәхимә апайҙың ябай, әммә шундай ҙа һутлы, аңлайышлы тел менән яҙылған был китабы ла үҙенең йөкмәткеһе менән арбай. Әйткәндәй, “Яҙмыштарҙан юҡтыр уҙмыштар” Рәхимә апайҙың беренсе китабы түгел, быға тиклем уның 2015 йылда тыуған ауылы тураһында яҙған “Көмөш һыулы Кесе Эйек буйында”,  2019 йылда “Самый шулай”, артабан “Рәйсәнә” исемле  әҫәрҙәре донъя күргәйне.

  375 биттән торған “Яҙмыштарҙан юҡтыр уҙмыштар” романында яҙмыш ҡушыуы буйынса егет кенә килеш Үзбәкстан яҡтарына сығып китеп, олоғайғас ҡына тыуған ауылына ҡайтып йығылған Нуретдин ҡарттың әсе яҙмышы һүрәтләнә. Төп герой хаҡында ғына һүҙ бармай – уның яҙмышы аша тирә-яғындағы әллә күпме кешенең дә күргән-кисергәндәре яҡтыртыла.

 Иманым камил, яҡташыбыҙҙың был китабын да уҡыусылар ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыясаҡ!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: