Мораҙым
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Май 2022, 16:26

Булдыҡлы, сая рухлы ир аҫылы ул - Руслан Сәлмәнов

чс Ярһыу йәшлеген Ватанға тоғро хеҙмәткә бағышлаған һәм утты-һыуҙы кискән хәрби офицер булараҡ, ысын ир аҫылдарына ғына хас булмышы, таһыллығы, донъяға киң, яҡты ҡарашы менән ғәжәйеп һоҡланғыс кеше ул.  Һүҙем 2013 йылдан бирле 84-се янғын-ҡотҡарыу часында ҡарауыл начальнигы вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыусы Руслан Сәлмәнов тураһында. Ул был өлкәлә 1999 йылдан башлап, ғаиләһе менән тыуып үҫкән төбәгенә ҡайтып төпләнгәндән алып эшләй.  Өлгөлө ғаилә башлығы ла, үҙ өлгөһөндә илһөйәр, ҡыйыу йөрәкле улдар үҫтергән булдыҡлы атай ҙа ул  Руслан Марсель улы.

Булдыҡлы, сая рухлы ир аҫылы ул - Руслан Сәлмәнов
Булдыҡлы, сая рухлы ир аҫылы ул - Руслан Сәлмәнов

 Янғын һағында тороусыларҙың ауыр эше хаҡында һүҙ сурытып тороуҙың кәрәге лә юҡ һымаҡ. Былтыр томра эҫе йәйҙәрҙә уларға һис тынғылыҡ булмауына беҙ үҙебеҙ шаһит булдыҡ. Тап бына яҙмабыҙ геройы кеүек ныҡ елкәле, физик һәм психик яҡтан әҙерлек мәктәбе үткән сыҙамлылар, егәрлеләр генә эшләй ала бында.

...Үҫмер сағынан уҡ алдына ҙур маҡсат ҡуйған сая рухлы егет Мораҡ 2-се урта мәктәбен уңышлы тамамлап, 1991-95 йылдарҙа Санкт-Петербург юғары артиллерия команда училищеһында белем ала. Нәҡ шомло 90-сыларҙа, ил сиктәрендә тотороҡһоҙлоҡ хакимлыҡ иткән осорҙа, уға Төньяҡ-Кавказ хәрби округында, артабан Тажикстанда “талибан” хәрәкәтенә ҡаршы көрәштә сафта торорға тура килә.

 Офицер менән яҙмышын бәйләргә батырсылыҡ иткән Бикбулат гүзәле - Айһылыу Миңнулла ҡыҙына ла еңелгә тура килмәгәндер. Ҡырыҫ хәрбиҙәр тормошонда икенсе яртыһының уң ҡулы, йыуанысы була ул. Иң тәүге мөхәббәт емештәре – Айҙар ҙа, 1977 йылда, Тажикстанда тыуа. Буй еткергәс, ул да атаһы юлын һайлай. Костромала хәрби академия тамамлап, икенсе йыл хәҙер хәрби сафта тороусы офицерға Украинала махсус операцияла ҡатнашып, яраланып госпиталдә лә ятырға тура килә (атаһының  был хаҡта: “Приказ – ул приказ, хәрби юлды һайлағанһың икән, артҡа боролоу юҡ!” – тигәне патриот рухлы кешеләргә аңлашыла, Айҙарға артабан йөрөр юлдарының имен-аман булыуын, донъяларҙың тиҙ арала тынысланыуын ғына теләһе ҡала беҙгә –авт.) Сәлмәновтарҙың икенсе улдары – Мораҡ башҡорт гимназияһының 9-сы класында уҡыған Радмирҙың да атаһы, ағаһы юлын һайлағыһы бик килә лә... Ниндәй генә өлкәне һайлаһа ла, киләсәктә иле өсөн йәнен бирер азамат булырына шик юҡ. Ни тиһәң дә, атанан күргән – уҡ юнған!

 Айһылыу менән Руслан Сәлмәновтар төп эштәренән, бурыстарынан тыш (Айһылыу күп функциялы үҙәктә эшләй) шәхси хужалыҡтарын, донъяларын гөл итеп тоторға ла өлгөрә. Ата-бабаларҙан ҡалған боронғо кәсеп - солоҡсолоҡ менән дә шөғөлләнәләр. Халыҡтың, урмандарҙың именлеге, хәүефһеҙлеге һағында уяулыҡ талап иткән йәйҙәр яҡынлашып килгәндә намыҫлы хеҙмәткәргә артабан да гел именлек юлдаш булыуын, тормош һәм ғаилә күгенең мәңге салт аяҙ тороуын теләге килә.

(Булдыҡлы ир аҫылы тураһында тулыраҡ яҙмабыҙҙы "Мораҙым" гәзитенең 17-се һанынан уҡый алаһығыҙ)

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: