Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Май 2022, 16:10

Батырҙарын һис онотмай бикбулаттар

Тарихын белмәгәндең – киләсәге юҡ!.. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 77 йыл тулһа ла, тыуған илебеҙ һәм ерҙәге тыныслыҡ өсөн изге яуҙа башын һалған ил батырҙарының ҡаһарманлығы, данлы исемдәре мәңге онотолмай.  Бөйөк Еңеү байрамы айҡанлы уҙғарылған сара Бикбулат ауылында ла ҙур тантана төҫөн алды. Бикбулаттар яуҙа һәләк булған һәм яу ҡырынан иҫән ҡайтып тыуған ауылын, районын үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һалған батыр улдары рухына оло хөрмәт-ихтирам күрһәтте.

Батырҙарын һис онотмай бикбулаттар
Батырҙарын һис онотмай бикбулаттар

 Ауыл халҡын, хөрмәтле һуғыш балаларын район хакимиәте вәкиле Илдус Калкаманов, Урал ауыл советы биләмәһенең эштәргә идара итеүсеһе Гөлсәсәк Йәркәй ҡыҙы, Бикбулат мәктәбе мөдире Рәмилә Баймырҙина ихлас күңелдән тәбрикләп, барыһына ла аҡ теләктәрен еткерҙе.

 Һуғыш килтергән михнәттәрҙе үҙ елкәһендә татыған шул осор балалары – Хәсән Кинйәбаев һәм Вәсилә Тәкәева бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты. Мәктәп балаларының сағыу сығыштары сараға йәм өҫтәне. Бикбулаттар ҡаһарманлыҡ өлгөһө булған батырҙарын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: