Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Май 2022, 15:05

Шәфҡәтле һөнәр эйәһе

 Мораҡ үҙәк район дауаханаһында оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып эшләгән Гөлсөм Фәүжәт ҡыҙы Әминева тураһында булыр был мәҡәлә. Үҙ эшен намыҫлы башҡарған, пациенттар, хеҙмәттәштәре араһында ла абруй һәм хөрмәт яулаған ябай ғына шәфҡәт туташының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләү стажы ла 35 йылдан артып киткән. Әллә ниндәй исем-ҡаҙаныштарынан ҡыумай, хеҙмәт баҫҡысы буйлап үрләүгә лә ынтылмай Хоҙай тарафынан  бирелгән булмышына тоғро хеҙмәткәрҙәрҙең береһе ул Тәүәкән ҡыҙы Гөлсөм апай. Уның турала тулы мәҡәлә - сайтта:  

Шәфҡәтле һөнәр эйәһе
Шәфҡәтле һөнәр эйәһе

Ауылдың арҙаҡлы уҙамандарының береһе Фәүжәт Солтанғәли улы менән Ҡалмаҡ ауылы ҡыҙы Рәйсә Әбделхаҡ ҡыҙы Әлмөхәмәтовтарҙың ишле ғаиләһендә өсөнсө бала  булып донъяға килгән ҡыҙыҡай матур тәрбиә алып үҫә.

Атаһы Фәүжәт олатай мәрхүмде район халҡы яҡшы белә: Башҡортостан Республикаһының Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың бала саҡ дуҫы.

“14 йәштән тракторҙа эшләнем. Төшкә тиклем мәктәптә уҡып, төштән һуң тракторға ултыра инем. Ике йыл эшләгәс, имтихан алып, тракторсы таныҡлығын бирҙеләр. 1961 йылда  бригадирҙар әҙерләү курсында уҡыным. Ҡайтҡас, комбайнға ултырҙым. Шунан комплекслы бригаданы етәкләттеләр. Шуның араһында трактор бригадаһы бригадиры булып алдым. Һуңынан шофер,  тағы ла тракторист булдым. Һуңғы 13 йылда “Беларусь” тракторын йөрөттөм” тип һөйләгәндәре “Йәнтөйәктә – беҙҙең яҙмыштар” тигән китапҡа ла ингән. Бик алдынғы ҡарашлы, тура һүҙле, таҙа намыҫлы, кешелекле уҙаман ине тип хәтерләйҙәр уны тәүәкәндәр.

Оҫта итеп теүәтәйҙәр ҙә текте. Унын тураһында Үрге Һаҙ ҡыҙы – тележурналист Сәрүәр Сурина тапшырыу ҙа төшөргән.

 Бына шундай ябай, әммә рухлы уҡыу, хеҙмәт культы көслө ғаиләлә тыуып үҫкән Гөлсөм апай, бер туған апалары Фәимә, Гөлсинә, ағаһы Мөнир, ҡустыһы Фәнил дә ата-әсәләре кеүек ябай хеҙмәт кешеләре. Йыр –моңға ла маһирҙар: Фәүжәт олатай мәрхүм үҙе лә оҫта гармунсы ине, балалары ла хәҙер гармунда уйнайҙар, матур итеп йырлайҙар.

- Ҡәртәсәй тәрбиәһен күргән бала булараҡ үҙебеҙҙе ысын мәғәнәһендә бәхетле кеше тип иҫәпләйем. Бик белемле, төплө аҡыллы  кеше ине. Халыҡ дауалау ысулдарын яҡшы белде, шифалы үләндәрҙе таныны.  Ҡырға үлән йыйырға сыҡһа, гел эйәрҙем дә йөрөнөм. Ғүмерле булды, 93 йәшкә тиклем йәшәне. Ураҙа тотто, эштән арынманы. Ҡартайғансы ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп ултырҙы.

 Шәфҡәт туташы һөнәрен һайлауым да Сәхипъямал ҡәртәсәйем йоғонотоһонандыр, -  ти Гөлсөм апай. - Атай –әсәй ҙә һәр ваҡыт терәк-таяныс булды беҙгә. Дәрес әҙерлә  тип әйтеп тә тормайҙар ине, үҙ белдегебеҙ, үҙ көсөбөҙ менән уҡыныҡ. Хатта кластағы һәйбәт уҡыған, активист ике малай, ике ҡыҙ насарыраҡ өлгәшкәндәргә өйҙәренә барып, дәрес әҙерләтә, тикшерә торғайныҡ. Уҡытыусылар ҡушҡандыр инде. Бер-беребеҙгә ярҙам итеү идеологияһы көслө ине. Әсәйем шәл бәйләп уҡытты беҙҙе, беҙ ҙә тырыштыҡ.

 Уҡытыусы Рәмилә апай төрлө түңәрәктәр ойоштора торғайны мәктәптә, үҙебеҙ пьеса яҙып, сәхнәләштереп, спектаклдәр ҙә ҡуйып йөрөнөк.

 Ысынлап та, ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, ти халыҡ. Һигеҙҙе тамамлағас, Гөлсөм апай алдында ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тыумай. Класташ ҡыҙҙары менән тура Салауат медицина училищеһына юл тоталар. Бер парта артында ултырып уҡыйҙар, бер бүлмәлә йәшәйҙәр.

- Бала саҡ дуҫтарым Шәүрә, Рабиға, Сәлимә менән мәктәп партаһы артынан уҡ яҡын әхирәттәр булдыҡ. Сәлимә яҙышыуға оҫта булды, Хәйбулла районында мәғлүмәт-аналитика бүлегендә лә эшләне.

 Рабиға менән иһә алты йәштән дуҫбыҙ. Әхирәт булышҡаныбыҙҙы ул әле лә көлөп хәтерләп ала: мин уға пластмасса ҡар бөртөгө уйынсығы (элек пальтоға тегеп ебәрә торғайнылар) бүләк иттем,  ул миңә буш хушбуй һауыты тотторҙо (көлә). Шунан бирле дуҫбыҙ. Рабиға шиғырҙар ҙа яҙа, тик кешегә бик күрһәтмәй.

 Салауатҡа уҡырға инергә барып, төнгө сәғәт икелә ҡайтып ингәнебеҙ хәтерҙә. Беренсегә оло юлға сыҡҡан кешеләр. Нисек ҡурҡмағанбыҙҙыр, нисек ҡурҡмағандарҙыр беҙҙе улай япа-яңғыҙ ебәрергә... Беҙҙең заманда теләгән кешегә уҡыу мөмкинлеге ҙур булды. – Гөлсөм Фәүжәт ҡыҙы хеҙмәт юлында практика (тәжрибә) мәктәбен үткән саҡтарын да һағынып иҫкә ала. – Һигеҙ кеше ҡайттыҡ Мораҡҡа. Салауат ҡыҙҙары ла бар ине. Күмәкләп концерт ҡуйҙыҡ тәүҙә. Беҙҙе дауахана етәкселеге матур ҡаршы алды.

Хирургия, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлегендә лә эшләнем. Шунан 1985 йылдарҙа бала табыу йортона ныҡлы килеп урынлаштым. Беҙҙе эшкә өйрәткән, тәрбиәләгән остазыбыҙ Мөхтәр Шафиҡ улы Мозафаров ине. Мин унда 26 йыл эшләнем, 2011 йылға тиклем.

Клара апай Аҙнабаева акушерка ине, беҙгә уларҙың ярҙамы ҙур булды. Көнөнә бишәр бала тыуа  торғайны.  “кесарево” ысулы менән тапҡан ҡатындар бөтөнләй булманы тигәндәй. Һаулыҡ кимәле ныҡ булғандыр, моғайын.

Яҙмыш ҡушыуы буйынса бер нисә йыл себер яҡтарында ла эшләргә тура килә уға. Ҡайтҡас, кире дауаханаға урынлаша. Регистратурала, неврология бүлегендә эшләп ала, хәҙер - икенсе участка медсестраһы. “Тажлы зәхмәт” пандемияһы башланғаны бирле “ҡыҙыл зона”ла эшләүе иһә айырыуса хөрмәткә лайыҡ.

- Эйе, бик ҡатмарлы, ауырыуҙарға ла, дауахана хеҙмәткәрҙәренә лә ауыр осор булды. Бер команда булып эшләнек. - Гөлсөм Фәүжәт ҡыҙы был турала бик һөйләп, асылып бармай. Аңлашыла ла: мәкерле сир арҡаһында күпме кеше яҡты донъя менән хушлашты,күпме кешенең һаулығы ҡаҡшаны. Әммә  йәшәү дауам итә, оло фиҙаҡәрлек күрһәткән табиптар, шәфҡәт туташтары йөкмәтелгән эште  аңлы рәүештә, ҙур яуаплылыҡ менән атҡарып сыҡтылар. Халыҡ һаулығы һағында торғандар үҙҙәрен йәлләмәй эшләне, пандемия беҙҙе лә, медицина хеҙмәткәрҙәрен дә күп нәмәгә өйрәтте.

 Гөлсөм апай дүрт бала әсәһе лә, һигеҙ ейән-ейәнсәргә өләсәй ҙә. Һәр ҡатын-ҡыҙға хас булғанса ҡул эштәренә лә оҫта. Матур итеп биҙәк һалып бәйләгән шәлдәре менән һөйөндөрә яҡындарын, төрлө-төрлө сәскәләр, йәшелсә-емеш үҫтерә.

 Ҡыҙҙарының барыһын да күркәм туйҙар үткәреп күҙле-башлы иткән,  игеҙәктәр Гөлфиә, Әлфиә Мораҡта торалар, матур итеп донъя көтәләр, Әлфирәләре Салауатта йәшәй, улы Илнар әлегә мәктәп уҡыусыһы, һөнәр һайлау алдында тора.

Кейәүҙәре Рәмис, Азамат, Алик та ҡәйнәләре тип өҙөлөп тора, бөтә эштә лә ярҙам итәләр.

Эшенән дә, тормошонан да ҡәнәғәт булған, Хоҙайҙың биргәненә шөкөр иткән, һәр атҡан таңға ҡыуанып ғүмер итә белгән, кешеләргә кешелекле, игелекле булған, балаларын да, ейән-ейәнсәрҙәрен дә ошо сифаттарға өйрәткән Гөлсөм Фәүжәт ҡыҙын ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫтаһы, оло йөрәкле шәфҡәт туташы тип әйтергә була.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: