Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Май 2022, 14:20

94 йәшлек ағинәй ауылдаштарын ифтарға йыйҙы

94 йәшлек Заһиҙә Хәмиҙулла ҡыҙы Шәһәрова - Тәүәкән ауылының иң оло кешеләренең береһе.  Оло йәштә булһа ла аңы теүәл, зиһене үткер уның. Кешеләр менән аралашыуҙан оло йәм табып йәшәй.  Быйылғы Ураҙа айында ағинәй ике һарыҡ һуйып, ауылдаштарын урындағы мәсеткә ифтарға йыйҙы.     Быйыл ул ураҙа айында ике һарыҡ һуйып, ауылдаштарын урындағы мәсеткә ифтарға йыйҙы.

94 йәшлек ағинәй ауылдаштарын ифтарға йыйҙы
94 йәшлек ағинәй ауылдаштарын ифтарға йыйҙы

Заһиҙа инәй уҙғарған ифтарға урындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһе тәмле-тәмле ризыҡтар бешереп алып килгән. Күмәк көс менән әҙерләнгән аш-һыуҙан табын һығылып торҙо. Мәсеткә килеүселәр бергәләп намаҙ уҡыны, ауыҙ асҡандан һуң Нәҡиә Вәлитованың мөнәжәтен, Миңзәлә Ҡаразбаеваның моңло тауыш менән уҡыған доғаларын, Әбделғәни хәҙрәттең намаҙын тыңланы. Шуныһы ҡыуаныслы, унда ололар, йәштәр менән бер рәттән балалар ҙа булды. Сара күмәкләп тәрәуих намаҙын уҡыу менән тамамланды.

1928 йылда Тәүәкән ауылында ишле ғаиләлә донъяға килгән Заһиҙа инәй Шәһәрова – һанаулы ғына ҡалған тыл хеҙмәтсәндәренең береһе. Уның үҫмер һәм йәшлек йылдары иң ауыр осорға тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атаһы менән ағаһы фронтҡа китә, быуындары ла ҡатмаған 13 йәшлек ҡыҙ иһә тиҫтерҙәре менән бер ҡатарҙан колхоз эшенә егелә.

 Күмәк хужалыҡта тир түгеүе генә етмәгән, йәше етмәһә лә, ике тапҡыр һал ағыҙыуға ебәрәләр. Йылғаға өй бейеклек булып килеп тығылған бүрәнәләрҙе йырып ебәреүе йылы аш күрмәй, аслы-туҡлы йөрөгән кешеләргә үтә еңел бирелмәй. Шуға ла әхирәттәре менән йәйәү ҡасып ҡайталар.

 Еткән ҡыҙҙарын башҡа ҡырға - һал ағыҙыу, урман ҡырҡыу кеүек ауыр эштәргә йәки ФЗО-ға ебәрмәҫ өсөн ата-әсәһе Заһиҙәне ун алтыһы тулыр-тулмаҫтан ауылдашы Хәсән Шәһәровҡа кейәүгә бирә. Матур ғүмер кисерәләр улар, туғыҙ балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙы ерҙәге иң ауыр ҡайғы – бала ҡайғылары урап уҙмай, алты улдары йәшләй генә ер ҡуйынына инә. Бөгөн инәй ҡыҙы Сәмиға, улдары Усман менән Әҙһәмдең, кейәү-килендәренең, ейән-ейәнсәрҙәренең хәстәрлеген тойоп, уларҙың бәхетенә ҡыуанып йәшәй.

94 йәшлек ағинәй ауылдаштарын ифтарға йыйҙы
94 йәшлек ағинәй ауылдаштарын ифтарға йыйҙы
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: