Мораҙым
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель 2022, 09:29

Дөмбәйҙәр ифтарға йыйылды

Дөмбәйҙәр ифтарға йыйылдыДөмбәй (Үрге мөрсәләй) ауылында изге рамаҙан айында ифтар мәжлестәре лә күтәренке рухта үтә. Үҙ көстәре менән төҙөгән мәсет юлынан халыҡ өҙөлмәй. Йома намаҙҙары, балаларға исем ҡушыу, никах уҡытыу кеүек дини йолалар даими үткәрелә.Күптән түгел ошо ауылда мәсеттә ифтар мәжлесе ойошторолдо."Беҙҙең ауыл халҡы бик әүҙем. Дини байрамдар гел шулай бергә, берҙәм үтә. Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ер яҡшы, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Ауылда тыуып үҫкән ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡайтыуы ла мәртәбә. Үҙе ереңдең ҡәҙерен белһәң, һине лә ҡәҙерләрҙәр", - ти тураһында Гүзәлиә Ҡотлогилдина.

Дөмбәйҙәр ифтарға йыйылды
Дөмбәйҙәр ифтарға йыйылды

Мәжлескә ураҙа тотҡандар менән бергә илебеҙгә тоғро хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан апайҙарҙы ла саҡырғандар. Кәримә Ҡотлогилдина, Фәниә Ғилметдинова,Миңъямал Исҡужина,Әлфиә Латыпова,Флүрә Арапова апайҙар Совет заманының хеҙмәт ветерандары.

"Ауылыбыҙ Мораҡтан 50 саҡрым алыҫта ятһа ла, гел һағынып, ашҡынып ҡайтам тыуған яғыма. Уның шифалы һауаһын һулап, ауылдаштарым менән аралашып, үҙемә рәхәтлек ,көс алып китәм,"-ти  Гөлгөнә  Әбсәләмова.

 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: