Мораҙым
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель 2022, 14:48

Йөрәктәрҙә уңалмаҫ яра һин - Чернобыль!

   Бөгөн, 26 апрелдә, Чернобыль һәләкәтенә 36 йыл тулды. Шул уңайҙан район үҙәгендә ҙур сара уҙғарылды.  Тәүҙә “Ҡайғылы әсә” һәйкәленә сәскәләр һалынды. Артабан сара Мораҡ башҡорт гимназияһында дауам итте.  Чернобылдәге атом электр станцияһындағы шартлау эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар быйыл аҙыраҡ килгәйне. Район ветерандар советы рәйесе Ирек Сафин уларҙы ихлас тәбрикләп, илебеҙ сиктәрендәге көсөргәнешле хәлгә бәйле Чернобыль яраларының йәнә яңырыуын билдәләп үтте. 

Йөрәктәрҙә уңалмаҫ яра һин - Чернобыль!
Йөрәктәрҙә уңалмаҫ яра һин - Чернобыль!

 Нәҡ чернобылсыларҙың, Ватаныбыҙҙың тоғро улдарының, йәштәр өсөн тере өлгө булып тороуын билдәләп, үҫеп килеүсе быуынды патриотик юҫыҡта тәрбиәләүгә тос өлөш индереүҙәре өсөн оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

 Район мәҙәниәт һарайы артистары тарафынан әҙерләнгән музыкаль күстәнәс тантана сәбәпселәренең күңеленә айырыуса хуш килде.   

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: