Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель 2022, 09:58

Рухлы, таһыллы, киң күңелле ир аҫылы

Беҙҙең райондан 29 кеше Чернобыль еренә барып, икенсегә ил алдындағы бурысын ҙур намыҫ менән үтәһә, уларҙың күбеһе хәҙер баҡыйлыҡта. Ә арабыҙҙа булғандары ялҡынлы рухы, тормошҡа сәләмәт ҡарашы менән айырылып тора, сәмләнеп донъя көтөүе менән һоҡландыра.  Был яҙмабыҙҙың герйы ла  тап ана шуларҙың береһе – Әлмәс ауылында йәшәүсе Рәфҡәт Айытов. Алтын ҡуллы, күркәм холоҡло ир аҫылының татыу ғаиләһе, матур, төҙөк донъяһы ауылдың бер сағыу биҙәге булып тора.

Рухлы, таһыллы, киң күңелле ир аҫылы
Рухлы, таһыллы, киң күңелле ир аҫылы

 Һигеҙ бала тәрбиәләнгән ғаиләлә үҫкән Рәфҡәт бәләкәстән үҙаллы, эшһөйәр булып буй еткерә. Армияға киткәнсе үк электромонтер, водитель һөнәрҙәрен үҙләштерә. Әрменән һуң совхозда үҙ һөнәре буйынса тәжрибә туплап, 1974 йылда Ростовтағы Дон яғына сығып китә. Пароходство буйынса уҡып, тәүҙә теплоходта, аҙаҡ төҙөлөш өлкәһендә ҙур намыҫ менән эшләй. Булдыҡлы егет үҙ бәхетен дә шул ҡалала таба. Тамырҙары менән Татарстан яғынан булған Рузалия Әлләм ҡыҙын кәләш итеп алып, матур ғаилә ҡора. Төҙөлөштә эшләгәс фатир алыуы ла ауырлыҡ тыуҙырмай. Мөхәббәт емештәре – Аида менән Динә ғаилә ептәрен тағы ла нығыта.

 Ике бала атаһы Чернобылгә лә 1987 йылдың 15 майында Ростовтағы Дон ҡалаһының хәрби комиссариатынан китә. Уға тәүҙә станцаның түбәһендә эшләргә, артабан тирә-яҡты зарарланған ағастарҙан таҙартыу, Белорусия ерендә ерле халыҡтың йорттарын төҙөкләндереү эштәрендә ҡатнашырға тура килә.

- “Ил ҡушҡанса” тип, бурысыбыҙҙы намыҫ менән үтәргә тырыштыҡ. Украина, Белорусия яҡтары оҡшаны. Иң мөһиме – ундай афәттәр башҡаса булмаһын, донъялар имен торһон, һау булайыҡ! – ти чернобылсы.

 Ғаилә башлығының егәрлеге Айытовтарҙың төҙөк, бөхтә йорт-ихатаһынан уҡ күренеп тора. Хәләл ефете менән емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп, донъяһын гөл итеп тота ул. Һаулығын да хәстәрләргә онотмай – көн һайын скандинав йөрөшө менән 10 километр ер үтеүҙе матур ғәҙәткә әүерелдереп алған. Әңгәмә ҡорғанда уның ихлас, яҡты күңелле кеше икәнлеге лә асыҡланды.

 Бына ниндәй рухлы, таһыллы, ысын ир аҫылдары улар – чернобылсылар!  

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: