

Әлеге ваҡытта тырыш хеҙмәте менән айырылыусылар, эшендә уңыш ҡаҙанғандар маҡтау һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Бар биләмә башлыҡтары исеменән сығыш яһаусы Ялсы ауыл советы башлығы Ирек Юдаев, ветерандар исеменән һүҙ тотҡан Тамара Нилова был байрамдың әһәмиәтен, урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәренең урындағы халыҡтың төп терәге булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
1989-1991 йылдарҙа район Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын намыҫ менән башҡарған Петр Неженскийҙың сығышы айырыуса ихлас, ялҡынлы булды.
- Икеләтә байрам бөгөн. Владимир Ильич Лениндың тыуған көнө, - тип, бөйөк юлбашсыға бағышлаған шиғырын уҡып ишеттерҙе ул.
Район мәҙәниәт һарайы артистары тарафынан әҙерләнгән музыкаль бүләк тантанаға тағы ла байрам төҫө өҫтәне.