

Үҙенә насип йәрҙе лә ошо ауылда осрата геройыбыҙ, Санъяп ауылының иң аҫыл егеттәренең береһе – үҙе уңған, үҙе аҡыллы Сәлмән Исхаҡов менән 1955 йылда матур ғаилә ҡоралар.
Ғаиләһе өсөн ҡалҡан булып, үҙе һәм балалары өсөн йән атып торған иренән уңа йәш уҡытыусы. Оҙаҡ йылдар Мораҡ мал һимертеү совхозында тир түккән Сәлмән Ғәлиәхмәт улы мал ҡараусы, бригадир, идарасы вазифаларын намыҫ менән башҡара, тырыш хеҙмәте өсөн хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ була.
Исхаҡовтарҙың дүрт балаһы ла ата-әсәһенә оҡшап егәрле, эшһөйәр булып үҫә. Баш балалары - Ришат Сәлмән улы Исхаҡовты күптәр ауыл хужалығы өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән, республиканың алдынғы районына тиҫтә йылдан ашыу етәкселек иткән ир уҙаманы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор булараҡ белә.
Мөнирә инәйҙең улы Ришат атаһының юлын дауам итһә, ҡыҙҙары Венера менән Лилиә әсәһенең эҙенән бара. Венера Сәлмән ҡыҙы Нафиҡова Мораҡ 1-се урта мәктәбендә химиянан уҡыта. Ул 41 йыллыҡ эш стажына эйә. Лилиә Сәлмән ҡыҙы Дәүләтҡолова Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Иглин районының Аҡбирҙе мәктәбендә уҡытыусы, директор булып эшләй, эш стажы - 30 йылдан ашыу . Мөнирә инәй ҡыҙҙары менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана ала: уларҙың икеһе лә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булған.
Исхаҡовтарҙың икенсе улдары Рәфҡәт Сәлмән улы Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлаған, оҙаҡ йылдар “Газпром” йәмғиәтендә эшләй. Ул да намыҫлы хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған.
Донъяның һәр көнөнә йәм табып, барыһына ла үрнәк булып йәшәй ағинәй. Ул кешеләрҙе, кешеләр уны ярата. Өйөнән кеше өҙөлмәй. Һәр кемде асыҡ сырай менән ҡаршы ала, ихлас аралаша. Балалары, кейәү-килендәре өсөн генә түгел, һигеҙ ейән-ейәнсәре, ун бер бүлә-бүләсәре өсөн дә ер йөҙөндәге иң яҡын кеше ул!