

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы менән бер рәттән граждандарҙан мөрәжәғәттәр ҡабул итеп, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү, йыйылыш, кәңәшмә, өмәләргә халыҡты йәлеп итеү; район етәкселеге һәм урындағы халыҡ менән берлектә ауылдарҙың таҙалығын, төҙөклөгөн хәстәрләү һәм башҡалар... Эштәргә идара итеүсенең бурыстары һанап бөткөһөҙ! Иртөбәк ауыл биләмәһенең “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында нисә йылдар рәттән ҡатнашып, айырым ҡаҙаныштарға өлгәшкәне тураһында район халҡы яҡшы хәбәрҙар (үткән йылда Семен-Петровский ауылында спорт һәм уйын майҙансығы асылды). Теге, йәиһә был проекттың уңышлы бойомға ашырылыуында Гөлнара Ирек ҡыҙының өлөшө тос, сөнки бар документация, йәғни ентекле ҡағыҙ эше уның ышаныслы ҡулдары аша үтә.
Бикбаевтарҙың ғаиләһе лә биләмәлә иң өлгөлөләр рәтендә. Тормош юлдашы Ғәли Ғайса улы үҙе кеүек эшкә таһыл, булдыҡлы заттан. Изгелекле ата-әсәнең юғары мәҙәнилеге, милли рухлы булыуҙары тураһында үҙҙәре яратып баҡҡан балаларының исемдәре үк әйтеп торғандай: Алмас, Нәркәс, Айтуған. Өсөһө лә һәләтле, белемгә ҙур ынтылышлы. Шулай булмай ни (!), алма ағасынан алыҫ төшмәй, Гөлнара Ирек ҡыҙы үҙе лә бәләкәйҙән уҡыуға әүәҫлеге менән айырылып торған. Мәктәптән һуң Бөрө педагогия институтының физика һәм математика бүлегендә белем алып, 20 йыл ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған.
Был өлкәлә лә апаруҡ тәжрибә туплап, халыҡ, төбәк яҙмышы өсөн йәнен аямай хеҙмәт итә ул. Намыҫлы, тынғыһыҙ йәндәрҙе бит бер эш тә ҡурҡытмай ҙа, ялҡытмай ҙа!