

Ялсы ауыл биләмәһенә ингән ауылдар үҙенең таҙалығы, төҙөклөгө менән айырылып тора. Халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы – Шәһит исеменә тап төшөрмәй йәшәүсе хоҙайбирҙиндарҙың әүҙемлеге, уңғанлығы бар районға билдәле. Һапаш, Вәлит, Юлбаш, Ялсы ауылдарының өлгөлө ғаиләләре, эшһөйәрҙәре тураһында мәҡәләләр баҫмабыҙ биттәрендә йыш донъя күрә. Ялсы ауыл биләмәһенең ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса даими эш алып барыуына, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында күп һорауҙарҙы хәл итеүгә ирешеүҙәренә лә шаһитбыҙ. Һөҙөмтәле эштә Гөлназ Кирәеваның өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Яҙмабыҙ геройы өс баланың хәстәрлекле әсәһе лә, ғүмерлек йәре – Фәнүр Фәнил улы өсөн һөймәлекле һәм ышаныслы ҡатын да. Егерме биш йыл тормош һуҡмағын иңгә-иң терәшеп үткән матур пар үҙ өлгөһөндә балаларын да тырыш, илһөйәр итеп үҫтерә. Иң өлкәне – Гөлиә һөнәрен дә, үҙ бәхетен дә тапҡан хәҙер. Уртансыһы - Фәнзил әлеге ваҡытта армия сафында. Иң кесеһе – Гүзәлиә, әлегә 3-сө класс уҡыусыһы ғына булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы булып үҫеп килә.
Ҙур шәхси хужалыҡ тотоп, ауыл еренең бар тәмен-йәмен тойоп йәшәй белеүсе, тыуған төбәгенең ырыҫын арттырыуға үҙ өлөшөн индереүсе Кирәевтарға һоҡланмайса мөмкин түгел! Ә урындағы үҙидара өлкәһендә Гөлназ Фәнил ҡыҙы кеүек сая рухлы, алсаҡ, дәрт-дарманлы гүзәл заттар эшләгәндә, төбәктәребеҙ тағы ла йәмләнер, балҡыр әле!