

Имам- хатиб Заһир Нурғәли улы өмә башланыр алдынан әруахтар һәм илдәр тыныслығы өсөн Украинала ҡорбан булып ҡалған йәш һалдаттар рухына аят бағышлап уҡыны. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алып үтер кәрәк, өмәгә ауылыбыҙҙың иң өлкән кешеһе, оло хөрмәткә лайыҡ тыл ветераны, туҡһанды күптән үткән аҡһаҡал Лотфулла олатай ҙа килгәйне. Ул үҙенең вәғәздәре, изге уйҙары менән йәштәрҙе дәртләндереп, эшкә дәрт өҫтәп йөрөнө.
Ауылдаштар мәсет майҙанын сүп-сарҙан таҙартып, сәскәләргә түтәлдәр ҡаҙып, ҡороған ағастарҙы ҡырҡып, тирә-яҡты тәртипкә килтерҙе. Ауылыбыҙҙың ҡап уртаһында ултырған мәсетебеҙ тағы ла йәмләнеп китте. Мәсет бар ауылда - ҡот була, тиҙәр. Ауылыбыҙҙың ҡото китмәһен, һәр йома аҙан тауышы яңғырап торһон!
Мәсетебеҙ буш тормай, аллаға шөкөр. Әлеге көндә ололар ҙа, уларға эйәреп балалар ҙа бик әүҙем
йөрөйҙәр. Абыстайҙарыбыҙ Әлфиә Харис ҡыҙы менән Зөлфиә Әнүәр ҡыҙына дини һорауҙар менән теләгән ваҡытта мөрәжәғәт итергә була, улар ярҙам итергә һәр саҡ әҙер торалар, дини уҡыуҙар алып баралар.
Мәсеттең тирә-яғын тәртипкә килтереү өмәһендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Изге Рамаҙан айындағы изге эштәрҙең береһе булды ул.