

“Кугарчинские вести”, “Мораҙым” район гәзиттәрендә, “Истоки”, “Башҡортостан ҡыҙы” (республика), “Ногай давысы” (Ҡарасай-Черкес), “ЛитОгранка”, “Озарение”, “Южный регион – Краснодар, Адыгея”, “Лапма и дымоход”, “Литературный путник” интернет – журналдарында хикәйәләре, төрлө мәҡәләләре баҫыла. Тыуған яҡты өйрәнгәндә байтаҡ материалдар туплап, 2009 йылда “Бәндәбикә” тип исемләнгән тәүге китабын баҫтыра. Был повесть тарихи әҫәр түгел, легенда –риүәйәттәргә нигеҙләнеп яҙылған.
- Был повесымда мин Бәндәбикәнең ҡатмарлы яҙмышы, уның халыҡҡа хеҙмәт итеү өлгөһө тураһында һөйләнем. Үҙ-үҙеңде ҡәҙимге кешелек бәхетенән мәхрүм итеп, “мин”ең аша атлап, йөрәгеңде Данко шикелле халҡыңа һурып алып биреү – мәшһүрҙәргә генә тейгән өлөш. Халыҡ уның хаҡына йәнен фиҙа иткәндәрҙе бер ваҡытта ла онотмай. Повеста тарихи ысынбарлыҡҡа тап килгән персонаждар икәү генә: Бәндәбикә һәм Ерәнсә.
Бәндәбикәнең тарихи шәхес икәнлегендә шикләнмәйбеҙ, быны кәшәнә һәм легенда дәлилләй. Әммә Ерәнсәгә ҡағылышлы икеләнеүҙәр тыуыуы ихтимал, сөнки Ерәнсә, сәсән һәм легендар шәхес булараҡ, күп төрки халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында йәшәй. Повеста күршеләш көн күргән дүрт ҡәбилә (бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән, түңгәүер) кешеләре тураһында һүҙ бара. Шул замандың тормошон, кәйефтәрен сағылдырырға, күсмә халыҡтарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һүрәтләргә тырыштым, - ти Тәлғәт Ғәлиән улы үҙенең тәүге китабын автор күҙлегенән баһалап.
Тағы ла өс повесы һәм хикәйәләре үҙнәшер ысул менән айырым йыйынтыҡ булып донъя күрә. Уның “Абдулла ағай”, “Төйөнсөк”, “Әсә күҙ йәше”, “Әсе еҙәй” һәм башҡа хикәйәләре үҙ уҡыусыларын тапты.
"Әҙәбиәт - ул үлемһеҙ күренеш. Кешелек булғанда, әҙәбиәткә ихтыяж бөтмәйәсәк. Әҙәбиәтһеҙ, китапһыҙ халыҡтың булыуы мөмкин түгел. Шундай ҡисса бар, ысынмылыр, юҡмы, әммә ул китаптың әһәмиәте тураһында һөйләй: “Ниндәйҙер дошман бығаса баш бирмәгән, бирешмәгән, еңелмәгән ҡаланы ҡамай. Уны алыр өсөн идарасы ҡамауҙағыларҙың иң ҡәҙерле әйберен сығарыу шарты менән ризалашҡан. Иртәнсәк ҡапҡа асылып, унан ауыр йөк тейәгән ишәктәрҙең бәләкәй генә каруаны килеп сыға. Дошман сапҡынсынан: “Ошо хәтлем ҙур ҡалала башҡа алтын юҡмы ни?” - тип һорай. “Юҡ, алтын ҡалала ҡалды, ә бында китаптар”, - тигән яуап ишетә".