Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
13 Апрель 2022, 10:29

Иртә әле ғүмер көҙҙәренә

Тәүәкән ауылының рухи тотҡаһы булып йәшәүсе Гөлйыһан менән Ишмөхәмәт Шаһивәлиевтар - күпте күргән, күпте кисергән ныҡлы быуындан.   Туғыҙынсы тиҫтәгә аяҡ баҫыуҙарына ҡарамаҫтан, йәшәүгә булған дәрт-дармандары сикһеҙ, кәйефтәре шәп, күңелдәре көр. Баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап, ҡулдарынан килгәнсә донъя көтөргә тырышалар.  Совет осоронан килгән ваҡытлы матбуғат менән дуҫлыҡтарын да өҙмәй,   даими рәүештә “Мораҙым” һәм “Йәшлек” гәзитен алдыра улар. Ишмөхәмәт Заһиҙулла улының үҙенсәлекле мәҡәләләре йыш ҡына баҫмабыҙҙы биҙәй.

Иртә әле ғүмер көҙҙәренәИртә әле ғүмер көҙҙәренә
Иртә әле ғүмер көҙҙәренә

 Һуғыш осоро балалары булараҡ, уларҙың икеһенә лә бәләкәйҙән аслыҡ-яланғаслыҡ михнәтен, йәтимлек ғазабын (атайҙарынан яу ҡырынан “хәбәрһеҙ юғалған” тигән хәбәр генә ҡайта) үҙ елкәһендә татып, һәр яҡлап сынығып үҫергә тура килә.

 Гөлйыһан Ниғәмәтулла ҡыҙы тамырҙары менән Ҡасҡын ауылынан.  Гүзәл йәшлегендә Санъяп ауылында фельдшер булып эшләй. Тәүәкәнгә килен булып төшкәс, бер аҙ колхозда бил бөгөп, 1973 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы сауҙа өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт итә. Үҫмер сағынан уҡ ат башында бесәндә йөрөп, әрмегә киткәнсе фермала һарыҡ ҡарап ауыр эштә сыныҡҡан тормош юлдашы ла, тынғыһыҙ заттан булараҡ, ниндәй генә өлкәлә эшләмәһен, үҙ бурысын ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡара. Ун йылға яҡын “Ҡыҙыл Байраҡ” колхозында механизатор булып эшләй, артабан хәләл ефетенә иңен ҡуйып, Подгорный сельпоһының Тәүәкән бүлегенә эшкә күсә. Колхозда һәм сауҙа өлкәһендәге намыҫлы эштәре өсөн Шаһивәлиевтар икеһе лә “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ була. Тиктормаҫ, иҫәп-хисапҡа әүәҫ уҙаман пенсияға сыҡҡас та әле, 2002 йылдан һуң апаруҡ “Ергән МТС”-ында, “Тәүәкән” предприятиеһында ревизор булып йөрөй.

 52 йыл ғүмерен иңгә-иң терәшеп татыулыҡта уҙған матур пар дүрт бала тәрбиәләп, уларҙы оло тормош юлына баҫтырған. Дүртеһе лә, һөйөклө ейән-ейәнсәрҙәре лә “ҡәҙерлеләребеҙ!” тип йән атып тора бөгөн. Йәндәй ғәзиз балаларының, ауылдаштарының ихтирам-хөрмәтен тойоп йәшәү ҙә өлкәндәр өсөн оло бәхет.

 Ғүмер көҙҙәренә бирешмәйенсә, бәрәкәтле Тәүәкән еренең ырыҫын арттырып, оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ әле һеҙ!

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас