Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
13 Апрель 2022, 04:50
Һай, афарин, сәлихтар!
Шул тиклем дә дәртле булырҙар икән был сәлихтар! Был һүҙҙәрҙе әйткәс, “күҙ теймәһен!” тип тә өҫтәйбеҙ, әлбиттә. Кисә уларҙың “Умырзая “ агитбригадаһы Космонавтика көнөнә арнап йүгереү буйынса ярым марафон үткәрҙе. Маршруттары: Сәлих – Яңауыл -Тәүәкән. Юл буйында сәлихтарға Бәләкәй Исем, Серп и Молот, Һарытау утарҙары һәм Яңауыл, Ырымбур өлкәһенең Төйөлгән районына ҡараған Варваринка ауылдары халҡы ҡушылды. Тәүәкәндәр ҙә дәртлеләр, финишта сәлихтарҙы йыр-моң, ҡымыҙ менән ҡаршыланылар. Сараның аҙағы флэшмоб һәм айыҡ тормошто пропагандалаған информацион ҡағыҙ таратыу менән тамамланды. Үҙҙәренең генә түгел, башҡаларҙың да күңелдәрен күтәргән, айыҡ тормошто, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған сәлихтарға “афарин!” дан башҡа һүҙ юҡ.
Һай, афарин, сәлихтар!
“Айыҡ ауыл - 2021” республика конкурсында еңеү насип булһын һеҙгә, сәлихтар!
Автор:
Гульназ Саитбатталова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"