

Урындағы етәксе Юлиә Хренова биләмәнең социаль-иҡтисади хәл-торошо менән таныштырып, ағымдағы йылда, киләсәктә башҡарылаһы эштәрҙе билдәләп үтте.
Хәтерегеҙҙәлер, үткән йылда Исем ауылы “Айыҡ ауыл-2020” бәйгеһендә беренселекте алып биш миллионға сертификат менән бүләкләнгәйне. Тораҡ пункттың үҙәгендә ҡалҡҡан балалар өсөн спорт һәм уйын комплексы – тап шуның “емеше”. Быйыл муниципаль этапта еңгән Сәлих ауылы беҙҙең район данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ. Әүҙемлек күрһәткән, төбәгенең бөгөнгөһө һәм киләсәгенә битараф булмаған Исем ауылы халҡына һәм сәлихтарға биләмә башлығы ла, район хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Сәйфуллин да оло рәхмәтен еткерҙе. Етәкселек хөрмәтле юбилярҙарҙы ла ихлас ҡотлап үтергә онотманы.
Ҡаҙаныштар менән бер рәттән, әлбиттә, мотлаҡ хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр ҙә байтаҡ бында.
Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте баҫманан уҡып белергә мөмкин.