Мораҙым
+28 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
5 Апреля 2022, 06:40
Ер -төп байлығыбыҙ булһа, ауыл - таянысыбыҙ
“Айыҡ ауыл” республика конкурсының иң ҡыҙған мәле: ауылдар төрлө тематик йүнәлештә мәҙәни-спорт саралары үткәрә. Сәлихтар апрель аҙағында буласаҡ “Бәйембәт уйындары” сараһына әҙерләнә. Ауыл старостаһы Тәлғәт Сәлихов әйтеүенсә, “Бәләкәй ауыл” номинацияһында ҡатнашҡан 15 ауыл араһында көслө төбәктәр байтаҡ. - Уларҙың эшмәкәрлеген даими күҙәтеп барабыҙ. Иң бәләкәйе Блоговещен районының Арҡауыл ауылы, унда ни бары 41 кеше теркәлгән. Ишембайҙың Һарғайы ла беҙҙең һымаҡ, әллә ни ҙур түгел, беҙҙә 82 кеше йәшәһә, уларҙа - 63. Стәрлетамаҡ районының Кантюковка ауылында – 248. Ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Икенсе йыл рәттән ҡатнашыу еңел, тәжрибә бар тиһәләр ҙә, яҙырлығы яҙылып, күрһәтерлеге күрһәтелеп бөткән һымаҡ. Шуға ҡарамаҫтан, ойоштороу комитеты ҡабул иткән планға ярашлы, һөҙөмтәле генә эшләүҙе дауам итәбеҙ, “Бәйләнештә” сайтындағы рәсми сәхифәне активистарыбыҙҙың береһе Клара Байғазаҡова алып бара. Ауыла ниндәй сара үтһә лә, яҙа һалып, мәғлүмәттәрҙе баҫып бара. “Ыласын” ир –егеттәр ойошмаһы ла, “Әхирәттәр” клубы ла даими рәүештә осрашып, һөйләшеп торабыҙ. Ҡайһы бер эштәребеҙ киң мәғлүмәт сараларында күренмәй ҙә ҡалалыр, шулай ҙа халыҡ әүҙем генә эшләй, - ти Тәлғәт ағай.
Фото шәхси архивтан алынды.
Ер -төп байлығыбыҙ булһа, ауыл - таянысыбыҙ
Автор:
Айгөл Айытҡолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"