

Шәрғиә (Тамара) инәй менән Зәкирйән олатай дүрт балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, һәр береһен үҙ аллы тормош юлына баҫтырғандар.
Зәкирйән олатай - склад мөдире, Шәрғиә Мәхәмәт ҡыҙы халҡы ялға сыҡҡансы почтала эшләгән. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәттәре төрлө маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Намыҫлы, ярҙамсыл, кешелекле булыуҙары менән етәкселәр алдынла ла, халыҡ алдында ла абруй яулағандар. Зәкирйән олатай хәҙер гүр эйәһе булһа ла, уның биргән ныҡлы тәрбиәһе балаларының тормошонда сағыла, аталары үлеп киткәс, кинйә улдары Илшат әсәһен үҙ ғаиләһе янына ала.
Шәрғиә инәй бер ураҙаһын да ҡалдырмай, теүәлләп тотоп бара. Ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләү ҙә башлыса уның иңендә. Улары ла “ҡәртәсәй” тип өҙөлөп тора. Ҡәртәсәй әкиәттәрен тыңлап үҫкән балаларҙың холоҡ-фиғеле лә үҙенә бер башҡа була шул.
Ҡулы ла ҡотло инәйҙең. Тупраҡҡа ниндәй генә орлоҡ төртмәһен, тиҙ арала шытып, үҫеп тә китә. Тәҙрә төбөндә сәскәгә тумалышып ултырған борос үҫентеләрен дә Шәрғиә инәй үҙе ултыртҡан.
- Ауылда баҡсаһыҙ тороп буламы ни? Йәй өҙөп ашаһаң да, көҙ байлыҡ йыйып алһаң да –үҙеңдеке. Күмәкләшеп ҡарайбыҙ, балалар һыу ҡоя, ҡый утай, килен өлгөргән бер йәшелсәләрҙе эшкәртеп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуя, - ти инәй.