

Бөгөн 1 апрель. Беҙҙең өсөн ул бала саҡта алдаҡсылар, шаяндар көнө ине. Мәктәптә бер-беребеҙҙе, өйҙә әсәйҙәрҙе алдатып, шаяртып бер була инек. Ә бына атайҙарҙы алдатырға ла, шаяртырға ла нисектер ҡыйыулыҡ етмәй торғайны.
Хәҙер инде күбеһенсә үҙебеҙ алданабыҙ...
Ирем менән минең телефоным бер иш. Бөгөн иртән эшкә килеп, ярты сәғәт самаһы уҙғас, миңә шылтырата: “Мин яңғылыш һинең телефоныңды алып киткәнмен”.
- Һин бит машина менән, алып кил минекен, йә әсәйҙәр, йә эш буйынса берәйһе шылтыратыр, - тип хафаға ҡалам.
Бер-ике сәғәттәй ваҡыт үтте, был һаман юҡ. Инде йән көйә башланы. Шунда ғына башыма барып етә: телефонымда пароль булып бармаҡ эҙҙәрем тора, ул бит минең телефон аша шылтырата алмаҫ ине! Шулай ҙа ышанмайынса алдымдағы телефонды алып ҡарайым: үҙемдеке!
***
Телефон менән бәйле йәнә бер хәл дә ошо көндәрҙә булды. Иртән эшкә китергә йыйынабыҙ. Ирем алдан сығып, машинаны йылыта тора. Мин оҙаҡлабыраҡ киткәнмендер инде.
- Кәңәшмәгә һуңлайым, - тип шылтырата тыштан.
- Хәҙер сығам, телефонымды ғына табам да, - тим.
- Ярай, тапҡас та сыға һал, - ти ул көлөүен баҫырға тырышып. – Ҡулыңда нимә икәнен ҡара шулай ҙа...