

Ер эше ялҡауҙарҙы үҙ итмәй
Азамат Айытҡолов Бикеш ауылында ябай эшсе ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы механизатор булһа, әсәһе төрлө эштәрҙә эшләй. Мәктәпте тамамлағас, ул ваҡыттағы күп тиҫтерҙәре кеүек атаһы юлын дауам итеп, водитель һөнәрен һайлай. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, хеҙмәт юлын йөк машинаһы водителе булараҡ “Исем” совхозында башлай. Ниндәй генә техниканы йөрөтөргә тура килмәй уға: “ГАЗ”, “ЗИЛ”, “КамАЗ”. Эште белгән, дәрте ташып торған ир-егет үҙен намыҫлы эшсән, оҫта водитель итеп күрһәтә, тырышлығы, фиҙәҡәр хеҙмәте менән етәкселектең дә,хеҙмәттәштәренең дә ихтирамын яулай.
1990 йылдар башында заманалар үҙгәреп китә. 31 йәшлек типһә тимер өҙөрлөк ир-егет ер эшкәртеү, иген үҫтереү буйынса әллә ни ҙур тәжрибәһе булмаһа ла, 1993 йылда крәҫтиән (фермер) ассоциацияһынойоштороп ебәрә. Тәүәккәлләгән – таш ярған, тигәндәй, үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алғас, ирмен тигән ир артҡа сигенмәй, уңыштар һәм уңышһыҙлыҡтар, еңеүҙәр һәм хаталар аша үҙ эшмәкәрлеген дауам итә.
1998 йылда “Утар” яуаплылығысикләнгән йәмғиәте барлыҡҡа килә. Хужалыҡ башлыса иген, майлы культуралар һәм шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә. Хәҙер йәмғиәт райондың иң эре һәм алдынғы хужалыҡтарының береһе. 2008 йылда, мәҫәлән, уларҙың һөрөнтө ерҙәре 300 гектар тирәһе генә булһа, әлеге мәлдә Айытҡоловтар 1700 гектар ерҙә бойҙай, арпа, арыш, көнбағыш һәм мал аҙығы үҫтерә. Йылдар дауамында тәжрибә лә туплана, хәҙер Азамат Рәфҡәт улын ауыл хужалығы өлкәһендә йөҙөп йөрөп эшләгән тәжрибәле белгестәрҙең береһе, тип әйтергә була.
Берәүгә лә сер түгел, һәйбәт уңыш алыу өсөн ерҙе яҡшы эшкәртергә кәрәк. Хужалыҡ мөмкинлектәренән сығып йыл да техниканы яңыртып торалар. Әле йәмғиәттә ҡеүәтле “Кировец-735”, ике “Т-150”, тәгәрмәсле “Беларусь”тар, “Полесье”, “Акрос-585” иген урыу комбайндары, “КамАЗ”, “МАЗ” йөк автомобилдәре һәм башҡа ер эшенә кәрәкле агрегаттар бар. Шулай уҡ үҙҙәренең кәрәк-ярағы өсөн пилорамаалғандар, гараж, иген һаҡлау өсөн келәттәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел, уларҙы йыл да һипләп, ремонтлап торалар. Яңы биналар ҙа кәрәк, әле улар йылы гараж төҙөү менән мәшғүл, иген урыу комбайндары өсөн тәғәйенләнгән япма ла эшләп ҡуйғандар. Өҫтәмә һөрөнтө ерҙәр, яңы техника алыу, ат фермаһын киңәйтеү, иҫкеләре урынына яңы келәттәр төҙөү – уларҙың алдағы йылдарға билдәнләгән маҡсаттары, хужалыҡтың эшмәкәрлеге киңәйгәнһайын эш урындары артасаҡ, халыҡ эш менән тәьмин ителәсәк.
Йәмғиәттең бесән ерҙәре лә байтаҡ - 120гектар, малдарға етерлек күләмдә бесән һәм һалам әҙерләйҙәр. Үҙ мәшәҡәттәренән бушаған арала улар ауылдаштарына бесән әҙерләшергә ярҙам итә.
“Утар” йәмғиәтенең пайсылары ла байтаҡ, улар менән ваҡытында иҫәпләшәләр. Район халҡына үҙебеҙҙә үҫтерелгән тауарҙарҙы ҡиммәт булмаған хаҡҡа һатыу маҡсатында ойошторолған йәрминкәләрҙә лә ҡатнашалар, халыҡты иген, ит менән тәьмин итәләр.
Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр
Ҙур хужалыҡтың үҫемлекселектән тыш, ат үрсетеү, ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнеүе күптәргә билдәле. Азамат Рәфҡәт улы аттарҙы бала сағынан ярата, ир-егеттең ҡанаты, тоғро дуҫы булған малҡайҙарға һөйөү, ана шул бала саҡ мауығыуы ҙур ғаилә эшенә әйләнгән дә инде. Айытҡоловтар хужалығы етештергән шифалы эсемлек – ҡымыҙҙы бер тапҡыр булһа ла тәмләп ҡарағандарҙан “Иң тәмле ҡымыҙ ҡайҙа?” тип һораһалар, бер тауыштан “Бикештә!” тип әйтер. Был, ысынлап та шулай. Былтыр улар 12 000 литр ҡымыҙ етештергән һәм һатҡан. Улар эшләгән батырҙар эсемлеге беҙҙең районда ғына түгел, күрше Ейәнсура районында ла ҙур ихтыяж менән файҙалана. Файҙалы эсемлектең тәмен белгәндәр уның артынан күрше төбәктәрҙән дә килә. Ә ҡымыҙ менән улар 2009 йылда шөғөлләнә башлай. Эште муниципаль ҡаҙнанан алған 29 баш мал менән башлап ебәрәләрһәм уны йыл һайын үрсетә баралар. Әле уларҙың хужалығында 200-ҙән ашыу йылҡы малы иҫәпләнә. Киләсәктә был тармаҡты тағы ла үҫтерергә ниәтләйҙәр, бейәләр һанын арттырып, ҡымыҙ етештереү күләмен күбәйтергә теләйҙәр.
Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тигән тапҡыр һүҙҙәрсә әйтелгәнсә, Азамат Рәфҡәт улының аттарҙы яратыуы бала саҡтан килеүе тураһында әйтеп үткәйнек инде. Ир етеп, улдар үҫтереп, мең мәшәҡәтле ауыл хужалығы өлкәһендә көн-төн тир түкһә лә, Азамат ағайҙың аттар менән, айырыуса ат спорты менән ҡыҙыҡһыныуы бер ҙә кәмемәй. Ныҡлы аяҡҡа баҫып, мөмкинлектәр килеп сығыу менән ул районда ат спортын үҫтереүгә үҙенең тос өлөшөн индерә. Был эшкә йәш егеттәрҙе ылыҡтырыуы, уларҙы төрлө ат ярыштарында ҡатнаштырып дәртләндереүе ихтирамға лайыҡ. Уның егеттәре “Терра Башкирия” республика ярыштарында ҡатнашты, чемпион исемен, призлы урындар яуланы. Район һабантуйҙарынан, күрше Ейәнсура, Көйөргәҙе, Мәләүез райондарында, Ырымбур өлкәһендә ойошторолған ярыштарҙан ситтә ҡалмай. Шуныһы маҡтауға лайыҡ, барса халыҡтың элек-электән ҡыҙыҡһынып күҙәткән ат ярыштарын хәҙер беҙҙең районда йәшәүселәр, ҡунаҡтар йыл да рәхәтләнеп ҡарай ала. Тап Азамат Рәфҡәт улының башланғысы менән беҙҙең районда ике йыл рәттән “Терра Күгәрсен” ат ярыштары уҙғарылды. Азамат ағай ул ярыштарҙы үткәреүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә алған. Ата-бабаларҙың борондан килгән шөғөлө, ат сабыштары юғалып ҡалмаһын өсөн тыуған районында ат-спорт мәктәбен асыу хыялы менән дә яна булдыҡлы хужа.
Ғаиләһе – төп терәк-таянысы
Әлбиттә, ҙур хужалыҡтағы барлыҡ эштәрҙе ул үҙе генә алып бара алмай, был йәһәттән уға ҡатыны Ләлә Ғәлим ҡыҙы терәк-таянысы, кәңәшсеһе булып торһа, улдары Илмир менән Юнир, ҡыҙы Лилиә, уларҙың ғаиләләре – төп ярҙамсылары. Әйткәндәй, егеттәрҙең икеһе лә алтын тауҙар эҙләп әллә ҡайҙа сығып китмәгән, тыуған ауылында, аталары янында төпләнгән. Ҙур хужалыҡтың бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрен, сәсеү-урыу кеүек мөһим эштәрен, мал аҙығы әҙерләү кеүек яуаплы эштәрҙе улар бергәләп атҡарып сыға. Егеттәр аталарына оҡшап бер эштән дә ҡурҡып тормай, кәрәк икән трактор, йөк машинаһына руле артына ултыра, кәрәк икән малдарҙы тәрбиәләй, кәрәк икән комбайнда киң баҫыуҙарҙы иңләй.Ҡыҙыу эш ваҡытында, яҙғы сәсеү, көҙгө уңышты урып йыйыу кеүек яуаплы мәлдәрҙә, миҙгелгә ҡарап, йәмғиәттә эшселәр һаны ла артып китә, яҡташтарын эшле итеүҙә “Утар” йәмғиәтенең роле бик ҙур.
Аяғында ныҡлы баҫып торған хужалыҡауылдың социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә лә тос өлөш индерә. Тап Азамат ағай тырышлығы менән Бикеш ауылы янында хоккей майҙансығы төҙөлә, эшҡыуар ауылда үткән күп кисә һәм байрамдарҙың даими бағыусыһы булып тора.
Әле “Утар” йәмғиәте етәксеһе Азамат Айытҡоловтың яҙғы баҫыуға әҙерлек мәшәҡәттәре менән йөрөгән сағы.Хужалыҡта үҙ көстәре менән тракторҙарҙы, тағылма инвентарҙы, йөк машиналарын ремонтлайҙар, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары, запас частар, минераль ашламаларҙы хәстәрләйҙәр, мөһим кампанияға әҙерләнәләр.
Эйе, ер эше, мал бағыу ялҡауҙарҙы үҙитмәй. Ер арымай-талмай хеҙмәт иткәндәргә генә үҙ емештәрен бирә. Был хеҙмәтте тик егәрлеләр, булдыҡлылар ғына атҡарып сыға ала. Эшкә таһыллығы, хеҙмәтте һөйөүе ошо көндәрҙә үҙенең 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән, 30-сы яҙғы сәсеү миҙгелен ҡаршылаған Азамат Рәфҡәт улының ҡанында, бар булмышында. Шулай булмай ни, ул бит бөтә күңеле менән тыуған тупрағына ереккән.