

1999 йылда гөрләтеп туй үткәреп, яҙмыштарын уртаҡ иткән Үрге Бикҡужа ауылы һылыуы Гөлназ Миңнулла ҡыҙы менән күрше Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы егете Филүз Рәшит улы Аҡсурин Мораҡ ауылының иң уңған ғаиләләренең береһе булып тора. Май сүлмәге тышынан билдәле булғандай, ғаиләнең уңған булыуы ҡапҡа алдарынан уҡ күренеп тора. Заманса ҙур йорт, төҙөк кәртә-ҡура, зауыҡ менән биҙәлгән йорт эсе, сәскәләргә күмелгән тәҙрә төптәре... Ә бит быларҙың береһе лә күктән төшмәгән, етеш тормош артында күпме ҡул көсө, тырышлыҡ, йоҡоһоҙ төндәр ята!
Гөлназ менән Филүз күпләп мал аҫрай. Уҙған йыл кәртәләге 7-8 баш һыйыр малына тиҫтәләгән һарыҡ та өҫтәлгән. Ошо хәтлем малға бесән әҙерләү ҙә анһат түгел, әлбиттә. Шулай ҙа үҙҙәренең техникаһы – “Уралец” һәм “МТЗ-82” тракторҙары, тағылмалары, бесән сапҡыс-йыйғыстары булыуы йәйге, көҙгө эштәрҙе бер аҙ еңелләштерә. Йүнсел хужалар үҙҙәренән артҡан бесәнде һатып, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырырға ла яйын таба.
Хәстәрлекле хужабикә йыл да ҡар ирер-иремәҫтән тигәндәй күпләп ҡаҙ бәпкәләре, бройлер сепейҙәре ала, башҡалар йәй башында ҡош-ҡорт алғанда, Гөлназдыҡы инде үҫеп тә еткән була.
Эштәрендә лә абруй, хөрмәт ҡаҙанған күркәм пар улар. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығында водитель булһа, Гөлназ “Водоканал” предприятиеһында бухгалтер вазифаһын башҡара. Тулыһынса иҫәп-хисапҡа ҡоролған һәм ҡоро һандар менән эш иткән хисапсы эше ситтән ҡарағанда күңелһеҙ, бер төрлө һымаҡ тойолһа ла, эшен яратып, күңел һалып, үҙ итеп башҡара
Гөлназ да, Филүз тә ишле нәҫелдән, ике яҡлап та туғандары күп. Уларҙы тиң күреп, һәр береһен яҡын итеп, тартып тора гүзәл пар.
Үҙҙәре һымаҡ аҡыллы, уңған өс бала үҫтерәләр улар:
Ҙур улдары Илназ Мораҡ башҡорт гимназияһын тамамлағандан һуң 90-сы һөнәрселек училищеһында слесарь, тракторсы һөнәрҙәрен үҙләштереп, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланы, хәрби комиссариат ярҙамында шоферлыҡҡа уҡып, машина йөрөтөү танытмаһына эйә булды, артабан Хәрби-һауа көстәре ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтты. Әлеге көндә Өфөлә эшләп йөрөй.
Илүзә хәҙер инде Стәрлетамаҡ колледжының 2 - се курсында белем ала. Төпсөк ул - Ильяс Мораҡ башҡорт гимназияһының 6-сы класы уҡыусыһы.
Улар хаҡындағы тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 12-се һанында уҡығыҙ.