Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
24 Март 2022, 11:55

Күгәрсендең 13 йәшлек геройы!

Батырҙарҙы беҙ ғәҙәттә һуғышта булған, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан кешеләр тип күҙ алдына килтерәбеҙ. Әммә ғәҙәти тормошта ла батырлыҡ ҡылған кешеләр осрап тора. Шундай герой беҙҙең арала ла бар: ул Мораҡ ауылында тыуып үҫкән 13 йәшлек Арыҫлан Шафиҡов.

Күгәрсендең 13 йәшлек геройы!Күгәрсендең 13 йәшлек геройы!
Күгәрсендең 13 йәшлек геройы!

14 мартта Мораҡ ауылының Горький урамындағы шәхси йорт биләмәһендә янғын сыға, мунсаға ут ҡаба. Уны 13 йәшлек Арыҫлан Шафиҡов күреп ҡала һәм йорт хужаларына хәбәр итә. Ишектән сығыу мөмкинлеге булмағанын күргән үҫмер өлкән йәштәге өй хужаларына – 68 йәшлек ир менән 67 йәшлек ҡатынға ут ялмаған төкәтмәнең тәҙрәһе аша сығырға ярҙам итә, янғын-ҡотҡарыу часына хәбәр итә. Улай ғына ла түгел, йорт хужаһының  (ул инвалид, аяғы ампутацияланған) инвалид коляскаһы менән ҡултыҡ таяҡтарын да алып сыға.

 - Был хаҡта ишеткәс, тәүҙә улым өсөн ҡурҡтым, унан инде уның ике кеше ғүмерен ҡотҡарғанын аңлап, ирҙәрсә ҡулын ҡыҫтым, - ти үҫмерҙең атаһы Айрат.

 Тиҙ арала килеп еткән янғын һүндереүселәр утты ауыҙлыҡлай.

 Әйткәндәй, Арыҫлан бала сағынан уҡ бик шуҡ, әүҙем малай була. Футбол, скейтборд, конькиҙа шыуыу менән мауыға, велосипедта йөрөргә ярата.

 -Беҙ уның арҡаһында ғына иҫән ҡалдыҡ, күпме рәхмәттәр әйтһәк тә аҙ булыр төҫлө, - тиҙәр ул ҡотҡарған пар.

 Республика Башлығы ла йәш геройҙы иғтибарһыҙ ҡалдырманы.

 - Арыҫлан Шафиҡов кеүек егеттәрҙән ысын ирҙәр үҫеп сыға. Ҡурҡмаған, ҡасмаған. Тәҙрә аша сығырға ярҙам иткән, янғын һүндереүселәргә хәбәр иткән. Афарин, ихтирам итәм! – тип яҙылған уның сәхифәһендә.




Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас