

Метеорологтар даими рәүештә ел тиҙлеген, ҡарҙың бейеклеген, тығыҙлығын, ундағы һыу запасын үлсәп, һауа торошон, яуым-төшөмдө күҙәтеп һәр мәғлүмәтте көн һайын, ҡайһы берен өс сәғәт һайын баш ҡалаға хәбәр итеп тора, таблица рәүешендә ҡағыҙға теркәп, компьютерға индереп бара. Быныһы беҙҙең күҙгә күренгән эштәре, бурыстары ғына. Күпме кешегә ярҙам ҡулын һуҙғандары, изгелек эшләгәндәре хаҡында, моғайын, күптәр хәбәрҙарҙыр.
Улар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән гидролог Геннадий Лининдың иңдәренә яҙғы ташҡындар мәлендә айырыуса ҙур яуаплылыҡ ята. Һыу күтәрелеүен даими күҙәтеү аҫтында тотоп, метеостанцияға хәбәр итә.
Мораҡ метеостанцияһы эшсәндәре был өлкәнең хөрмәтле ветерандары Александра Линина һәм Марина Чернышеваға оло хөрмәт менән ҡарай, уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һала.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан килгән “штормлы” иҫкәртеүҙәр (боҙлауыҡ, ҡойма ямғыр, ел-дауыл, йәшен һ.б.) күп бәлә-ҡазаны кисектереү өсөн нигеҙ булып тора. Метеостанция хеҙмәткәрҙәре лә был юҫыҡта даими эш башҡарып, халыҡтың хәүефһеҙ, имен тормошон тәьмин итеүгә тос өлөш индерә.