

Хәстәрлекле, изгелекле ата-әсә өс балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙың һәр береһенә лайыҡлы тәрбиә бирергә тырыша. Иң өлкәне – Илнур Мәләүез кадет лицейында уҡып, армия сафынан һуң дүрт йыл полицияла эш тәжрибәһе туплап, әлеге ваҡытта себер тарафтарын ҡыҙыра. Икенсеһе – Тимур Мораҡ башҡорт гимназияһын гел “4” һәм “5” билдәләренә тамамлаған, хәҙер Ишембай нефть колледжының 4-се курс студенты.
Иң кесеһе, наҙлыһы – Гөлназға хәҙер 10 йәш. Ул Яңы Хвалын урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы, өйҙә уҡый, сөнки уға артыҡ йөкләмә ярамай. Гидроцефалия диагнозы менән тыуған сабыйҙы аяҡҡа баҫтырғансы Ҡотлогилдиндарҙың күпме дауахана юлдарын тапағанын, уларҙан күпме сабырлыҡ, тырышлыҡ талап ителгәнен тик үҙенсәлекле бала тәрбиәләүселәр генә күҙ алдына килтерә алалыр.
- Иң ҙур байлыҡ – һаулыҡ, балаларыбыҙҙы шул байлыҡтан айырмаһын! – тип, бер-береһенең ҡәҙерен белеп, балаларының киләсәгенә аҡ өмөттәр юрап, ауыл еренең йәмен тойоп сәмләнеп йәшәүсе Гөлсиә менән Илфат Ҡотлогилдиндарға һоҡланмайынса мөмкин түгел.