Мораҙым
+22 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
18 Марта 2022, 11:40

Яҡташыбыҙ тәҡдим итте

 Билдәле булыуынса, Өфө ҡалаһы хакимиәте баш ҡаланың Үҙәк баҙар янындағы транспорт ҡулсаһын төҙөкләндерергә йыйына. Бында ҡулса урынында “П” формаһындағы юл саты булдырылып, уртаһында сквер урынлаштырыласаҡ. Ҡала хакимиәте скверҙа урын аласаҡ арт-объектҡа конкурс иғлан иткән һәм еңеүсегә 300 мең күләмендәге приз билдәләгән. Яҡташыбыҙ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ошо көндәрҙә үҙенең тәҡлимен халыҡҡа еткерҙе: скверҙа ул халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы - ҡурайҙы урынлаштырырға тәҡдим итә.

Яҡташыбыҙ тәҡдим иттеЯҡташыбыҙ тәҡдим итте
Яҡташыбыҙ тәҡдим итте

Яҡташыбыҙ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ошо көндәрҙә үҙенең тәҡлимен халыҡҡа еткерҙе: скверҙа ул халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы - ҡурайҙы урынлаштырырға тәҡдим итә.

- Был урындар күңелемә бик яҡын. Цюрупа урамындағы 95-се йортто капиталь төҙөкләндергәндән һуң, ошо биләмәне төҙөкләндереүгә булышлыҡ иттем. Сквер уртаһына Башҡортостан символы - ҡурайҙы һынландырырға тәҡдим итәм , уның ете тажы Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың дуҫлығын сағылдырасаҡ,- тип яҙа депутат үҙенең рәсми сәхифәһендә. - Баймаҡ ҡалаһында, ошо райондың Үрге Яйыҡбай, Төркмән ауылдарында ҡурайға һәйкәлдәр бар. Башҡортостандың баш ҡалаһында республика символы - ҡурайға лайыҡлы һәйкәл булырға тейеш”.

Яҡташыбыҙҙың тәҡдимен күптәр хуплап ҡаршы алыр, тип уйлайбыҙ! Конкурсҡа ҡурай һынландырылған төрлө проекттар тәҡдим итегеҙ, социаль селтәрҙәрҙә үҙ фекеребеҙҙе белдерегеҙ, дуҫтар!

#ЕдинаяРоссия #ЕРРБ #башкортостан #курай #депутатгосдумы #зарифбайгускаров

 

Яҡташыбыҙ тәҡдим итте
Яҡташыбыҙ тәҡдим итте
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас