Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Март 2022, 07:40

Аҡһаҡалға күҙ теймәһен!

Яңауыл ауылы аҡһаҡалы -  81 йәшлек Хәбир ағай Аҫылбаев үҙенең әүҙемлеге менән һәр ваҡыт һоҡландыра. Ул быйыл да район саңғы ярышында әүҙем ҡатнашты һәм “Иң оло саңғысы” тип табылды.  Хәбир ағай элек-электән иң әүҙем спортсыларҙың береһе һанала, нисәмә йыл рәттән уҙғарылған район саңғы ярыштарын һис ҡалдырғаны юҡ.  Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, гөрләтеп донъя көтә, баҡса үҫтерә, мал аҫрай. Балаларының оло терәк-таянысы булып тора. Иң йәш ҡатнашыусы – 4 йәшлек Ринальд Аралбаевҡа ла Хәбир ағай һымаҡ оло йәшкә еткәс тә әүҙем, физик һәм рухи яҡтан көслө булып ҡалырға насип булһын!

Аҡһаҡалға күҙ теймәһен!Аҡһаҡалға күҙ теймәһен!
Аҡһаҡалға күҙ теймәһен!
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас