Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Март 2022, 06:50

Иң гүзәле ерҙә - иманлы ҡатын-ҡыҙ

Ислам динендә ҡатын-ҡыҙҙың баһаһы бик ҙур. Был өлкәне яҡшы белгән һәр кемгә мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының бар яҡлап та яҡлаулы икәнлеге яҡшы мәғлүм. Йомағужа ауылы мәсетенә даими йөрөүселәр араһында ла ҡатын-ҡыҙҙар байтаҡ. 8 март алдынан бында йылдағыса (был йола пандемия арҡаһында һуңғы ике йылда ғына үтәлмәй ҡалды) 8 мартҡа һәм күптән түгел уҙған  Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, матур сара ойошторолған.

Иң гүзәле ерҙә - иманлы ҡатын-ҡыҙИң гүзәле ерҙә - иманлы ҡатын-ҡыҙ
Иң гүзәле ерҙә - иманлы ҡатын-ҡыҙ

- Беҙҙең динебеҙ гүзәл заттарҙың хаҡын бик юғары ҡуя. Уларҙы йылға бер – 8 март көнөндә генә түгел, ә һәр көндө хөрмәтләргә, ихтирам итергә өндәй. Был хаҡта Ҡара сүрәһенең 23-сө аятында ла әйтелә, - ти

Йомағужа мәсете имам-хатибы Урал хәҙрәт Кинйәбулатов.

 Әйткәндәй, Урал хәҙрәт әйтеүенсә, мәсет юлына тиҫтә йылдар буйы саң ҡундырмаусы инәйҙәр күп.

- Өлкән кешегә иң тәү сиратта аралашыу етмәй, яҡты йөҙ, яҡты һүҙ кәрәк һәр кемгә лә. Йома намаҙынан һуң күмәкләп сәй эсеп, туйғансы аралашып, танһығыбыҙҙы ҡандырабыҙ. Шуға ла мәсет беҙҙең өсөн йыйылышып намаҙ уҡыу урыны ғына түгел, бында килеп, күңелдәребеҙгә ял, йәшәүгә дәрт-дарман алып ҡайтабыҙ, - ти мәсеткә йөрөүселәр.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас