Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Март 2022, 05:08

Дөмбәй ҡыҙы

Күгәрсен районының дан ҡыҙҙарының береһе Фәймә Аҡъюлова тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Йөҙөнән нур бөркөлөп торған яғымлы ҡарашлы был ҡатын ниндәй генә эшкә тотонһа ла, атҡарып сыға алыуы менән күптәргә өлгө булырлыҡ. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булғанда ла, "Ағинәйҙәр ҡоро" эшендә лә, шул арала тиңдәш ҡатындарҙы "Йәнбикә" фольклор ансамбленә тупларға ла, хәйриә акциялары иғлан итеп, мохтаждарға ярҙам итергә лә, район, республика кимәлендә танылыу яулаған йөкмәткеле кинофильмдар төшөрөргә лә, спектаклдәр сәхнәләштерергә лә өлгөрә. Тик күп кенә башҡарған эштәре халыҡҡа күренмәй, беленмәй ҙә ҡала. Юҡҡа ғына халҡыбыҙ "Изгелек эшлә лә, һыуға һал: халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер" тимәгән. Уң ҡулың эшләгән изгелекте һул ҡулың белмәй ҙә ҡалһын тигән хәҙис тә тап Фәймә Миңлейәр ҡыҙы тураһында.  Ғаиләһендә лә үрнәк булырлыҡ һөйөклө ҡатын, изге әсә, абруйлы ҡәйнә лә, өләсәй ҙә ул. Тормош иптәше Айса ағай менән өс балаға матур тәрбиә биреп, ысын мәғәнәһендә башҡорт ғаиләһе ҡорған улар.

Дөмбәй ҡыҙыДөмбәй ҡыҙы
Дөмбәй ҡыҙы

Фотолар шәхси архивтан алынды.

Дөмбәй ҡыҙы
Дөмбәй ҡыҙы
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас