

Флүрә менән Фитрат Ғайсиндарҙың һәр сабыйы көтөп алынған, ҙур һөйөүҙең татлы емештәре булып тора.
...1988 йылдың сәскәләргә күмелгән йәмле июнь айында Вәлит ауылынан Хоҙайбирҙинға килен булып төшә Флүрә апай. Яңы ауылдаштарын да, йән һөйгәненең яҡындарын да үҙ итеп, төшкән еренә таштай бата йәш килен.
Өйҙөң ҡото, йәме булып, бер-бер артлы балалары донъяға килә. Балалар үҫтереп тә, гөрләтеп донъя көтөп тә, эшләп тә өлгөрә йәш пар – Фитрат ағай сирек быуатҡа яҡын ауыл клубын етәкләһә, йәш әсә сөгөлдөр утай, колхоздың башҡа эштәрендә йөрөй, 20 йылға яҡын хат ташыусы була.
Йырҙа йырланғанса, балалар үҫтергән ваҡыт – бер ваҡыт ҡына шул... Флүрә апай менән Фитрат ағай ҙа ғәзиздәренең буй еткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Күмертау ҡалаһындағы лицейҙа ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштергән иң өлкән ҡыҙҙары Фәнилә хәҙер инде үҙе әсәй, Күмертау егете Евгений менән матур ғаилә ҡороп, Кәрим, Ильяс, Йәмил исемле улдар үҫтерә.
Улдары Фәнзил Күмертау педагогия колледжын тамамлаған, Әрмәнстанда хеҙмәт итеп ҡайтҡан, әлеге көндә Себер тарафтарында эшләй, кәләше – Көйөргәҙе районының Тимербай ауылы ҡыҙы Гүзәл менән өс балаға - Аделина, Азалия һәм Рахманға атай-әсәй булғандар. Гөлдәниә мәктәп йылдарында уҡ “Мораҙым” гәзитенә әүҙем яҙышҡан авторҙарыбыҙҙың береһе булды, уның шиғырҙары һәм мәҡәләләре “районка”нан тыш, республика баҫмаларында ла донъя күрҙе. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында – башҡорт һәм инглиз телдәре бүлегендә уҡыған сағында “Байыҡ” телевизион конкурсында ҡатнашып, призлы урынға лайыҡ булды. Әлеге ваҡытта ковид-госпиталдә эшләп йөрөй. Ситтән тороп медицина колледжында белем ала.
Апаһы һымаҡ һәр яҡлап әүҙем, яҙыу-һыҙыуға маһир Гөлдәриә Башҡорт дәүләт университетында уҡып та, ирекмән булараҡ оло йәштәгеләргә һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам күрһәтеп тә өлгөрә.
Хоҙайбирҙин урта мәктәбенең 10-сы класында белем алған Азалия белем усағының иң әүҙем уҡыусыларының береһе һанала, тырыш булыуы өсөн район хакимиәте башлығы стипендиаты исеменә лайыҡ булған. 8-селә уҡыған Фиҙәлиә иһә кесе йәштән спортты үҙ итә, төрлө ярыштарҙан ҡалмай, ҡул эштәренә лә оҫта.
Бала – ата-әсәнең көҙгөһө, тиҙәр. Ысынлап та, ата-әсәнең булмышы көҙгөләгеләй балаларында сағыла. Флүрә апай менән Фитрат ағай иң тәү сиратта ул-ҡыҙҙарына хеҙмәт тәрбиәһе биреп үҫтерә.