Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
5 Март 2022, 04:43

Гөл урынына - кесерткән

Эйе, шулай ҙа була икән ул ҡайсаҡ. Оло ғына йәштәге бер төркөмдәшебеҙ эустома тип аталған матур ғына бер  сәскә  орлоғо һатып алып, тупраҡҡа төрткән. Тик, ни ғәжәп, сәскә урынына орлоҡ төшкән ерҙән генә кесерткән шытып сыҡҡан. Өҙөп ырғытырға йәлләгәндер инде, әле кесерткән арыу ғына булып үҫеп бара. Тупрағы ла магазиндыҡы булған бит әле, эләккәндер тиергә."Иң беренсе кесерткән ашын быйыл һин ашайһың икән, апай", - тип көлөштөк.  Ябай ғына ошо күренештең дә үҙ хикмәте барҙыр инде. Юҡҡа ғына "Яҙмыш һиңә лимон бүләк итә икән, унан лимонад яһарға өйрән" тимәгәндәр.  Гөл урынына кесерткән үҫеп сыҡҡан икән, тимәк, унан да файҙа күрергә кәрәк. Ашҡа йә салатҡа тураһаң да, сәс үҫтереү өсөн төнәтмә итһәң дә ҡулай.  Әйткәндәй, Бөрйән районында бер ҡатынға алмағас үҫентеһе тип тал һатып ебәргәндәр. Көҙҙән бағып ултыртҡан ағасы яҙғыһын тал бөрөләнгән дә ҡуйған.

Гөл урынына - кесерткәнГөл урынына - кесерткән
Гөл урынына - кесерткән

Автор фотолары. 

Гөл урынына - кесерткән
Гөл урынына - кесерткән
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас