Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
5 Март 2022, 05:09

Биш балабыҙ - биш бәхет йондоҙо, тип

 Яҙҙың иң күркәм байрамы – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө яҡынлашып килгән мәлдә, әлбиттә, матур булмышы менән төбәгебеҙгә йәм өҫтәп йәшәүсе, аҡыллы, белемле балалар үҫтереп халҡыбыҙ һанын ишәйтеүгә тос өлөш индереүсе күп балалы әсәләрҙе телгә алғы килә.  Мораҡ ауылында йәшәүсе Гөлдәр Баймырҙина ла – тап шуларҙың береһе. Биш балаға ғүмер бүләк иткән оло йөрәкле әсә күптән түгел генә лайыҡлы рәүештә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.

Биш балабыҙ - биш бәхет йондоҙо, типБиш балабыҙ - биш бәхет йондоҙо, тип
Биш балабыҙ - биш бәхет йондоҙо, тип

 Гөлдәр Адис ҡыҙы үҙе лә ишле ғаиләлә Дыуан районының Әбдрәшит ауылында тыуып үҫкән. Мәсәғүт урта мәктәбендә уҡығанда алдынғылыҡты бирмәгән, белемгә ынтылышлы ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетының роман-герман факультетына уҡырға инә. Үҙ бәхетен дә нәҡ шул студент йылдарында осрата. Шул мәлдә университеттың тарих факультетында белем алған Бикбулат ауылы егете – Йәмил Зәки улы менән яҙмышын бәйләй. Буталсыҡ, аңлайышһыҙ 90 – сыларҙа  йәш ғаиләгә нужа һурпаһын күп татырға тура килә. Баш ҡалала толҡа тапмайынса, 2001 йылда Мораҡ ауылына ҡайтып төпләнәләр.

 Юғары белемле, ныҡ елкәле ғаилә башлығы “Транснефть” ойошмаһында яуаплы вазифа йөкмәй, ә Гөлдәр үҙен тулыһынса бала бағыуға бағышлай. Йөҙөнән мөләйемлек эркелгән, яғымлы тауышы сылтыр шишмә моңон хәтерләткән әсәнең ҡыҙҙары ла береһенән-береһе һөйкөмлө, улдары ла алсаҡ, үткер.

 Өлкәндәре - Ынйы менән Нәркәс икеһе лә Мораҡ 1-се урта мәктәбен алтын миҙалға бөттө. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған Ынйы атаһы кеүек үк Салауат ҡалаһында “Транснефть” ойошмаһы компанияһында эшләп йөрөй. Ә Нәркәс шул уҡ университетта 3-сө курста белем ала.

 Кесерәктәре – Миләүшә менән Юлдаштың әлеге ваҡытта Зәйнәб Биишева исемендәге мәктәптә белем үрҙәрен яуларға тырышҡан мәле. Һөйөклө кинйәләре Иштуғанға ни бары өс йәш кенә. Үҙ телендә һандуғастай һайраған шуҡ малай ҙа эшсән атай-әсәһенә, тырыш апай-ағайҙарына оҡшап, эшкә лә, уҡыуға ла әүәҫ булыр әле...

- Биш балабыҙ – биш бәхет йондоҙобоҙ, - тип, балаларының шат йөҙөндә тормош йәмен, ғәмен табып, киләсәккә аҡ өмөттәр генә бағлап донъяға гел яҡты, оптимистик ҡарашта булған, ғүмерҙәрҙең ҡәҙерен белеп дәртләнеп йәшәй белгән Баймырҙиндарға һоҡланмайса мөмкин түгел шул (!).

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас