Мораҙым
+28 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
5 Марта 2022, 05:55

Һыу буйында балыҡсы

Балыҡ ҡармаҡларға яратмаған ирҙәр бармы икән? Юҡтыр. Хатта Ил Башлығы Путин да: "Уңайы тура килһә, ҡармаҡ менән ултырыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмайым", - ти.Балыҡсының һыу буйында үткән ике йыл ғүмере бер йылға тиң тигәнде лә ишеткәнегеҙ барҙыр. Ҡайнап торған донъяның ығы-зығыһынан ял ғына түгел, ҡайғы –хәсрәттәрҙән дә арындыра, кешенең күңел торошон да ыңғайға көйләй икән ир-егеттәрҙең яратҡан был шөғөлө.

Һыу буйында балыҡсыҺыу буйында балыҡсы
Һыу буйында балыҡсы



Ялсы яҡтары балыҡсыларға бай. Вәлит ауылынан Дауыт ағай Әмирхановты ла, Ялсынан Салауат ағай Сафуанов, Марат ағай Байрамғоловтарҙы ла оҫта балыҡсы икәнен беләбеҙ.

✅Салауат ағай Сафуанов Иҙел буйында үҫкән, бала саҡтан балыҡ ҡармаҡларға ярата.
"Ҡайһы ваҡытта ниндә балыҡ ҡапҡанын да яҡшы белә. Бик иртәсел кеше, кеше йоҡонан тороуға ул һыу буйынан ҡайтып килә. Буран булһа ла, һыуыҡ булһа ла өйҙә тормай", - ти уның турала ауылдаштары. Уның балыҡ тотоу өсөн бөтә кәрәк-яраҡтары ла бар, ысын мәғәнәһендә һөнәрмән ул. Йәштәргә лә балыҡ ҡармаҡлау серҙәрен өйрәтә. Тәбиғәткә лә һаҡсыл. Эреләрен ала, ыуаҡтарын кире ебәрә. Ҡомһоҙ түгел.Үҙенә, ғаиләһенә етәрлек кенә тота.

Балыҡсыларҙың үҙҙәренең ырым-шырымдары ла бар. Мәҫәлән, балыҡҡа китеп барғанда юлда осраған кеше уңыш теләп ҡалһа, ҡабымға өмөтләнмәһәң дә була; юлды ҡаршылыҡ тыуһа, күп балыҡ тотоу билдәһе; балыҡ тотоу кәрәк-ярағын да кешегә бирергә ярамай, ҡот китә. 

Дауыт ағай Әмирханов әйтеүенсә, иң тәмлеһе – йылға балығы. "Йәйен менән ҡорман, алабуға. Ағым һыуҙа ғына үҫкәс, ите лә тәмле. Элек ҙур һыу, яҙғы ташҡын ваҡытында Ологүлгә лә балыҡ инә торғайны, хәҙер ундай ташҡындар юҡ бит, шуға күлдә лә, Иҙелдә лә балыҡ бөттө тиерлек. Элегерәк ҡорман балығын көрәп алып ҡайта инек", - ти ул. 

 Тормош иптәше Рита апай ҙа уның шөғөлөн хуплап ҡына тора. "Ҡайһы бер хужабикәләрҙең ирҙәре балыҡҡа йыйынһа “тере биреләре” тота, ә Рита апайың аш-һыу ҡәҙерен белә, таҙалап, туңдырғыста һаҡлаһынмы, консервалаһынмы, тотҡан ыңғайы балыҡ һурпаһы бешерһенме, мейестә быҡтырһынмы – нимә әҙерләһә лә телде йоторлоҡ тәмле була", - ти хужабикә.

Беренсе һүрәттә: Марат ағай Байрамғолов һыу буйында балыҡ ҡармаҡлай;
Икенсе һүрәттә: Ялсы ауылының иң оҫта балыҡсыларының береһе - Салауат ағай Сафуанов.
Өсөнсө һүрәттә: Дауыт ағай Әмирханов.

Һыу буйында балыҡсы
Һыу буйында балыҡсы
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас