Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
3 Март 2022, 09:33

Сәлихтәр менән сәләхтәр әйтешен ҡеүәтләп!

“Айыҡ ауыл-2021” республика бәйгеһе финалсыһы Сәлихтәрҙең  көнәркәше Йылайыр районы Сәләх ауылында тыуып үҫкән шағир, журналист Мотал Зәкирйән улы Рәмов бәйгегә ҡеүәт өҫтәп, әйтеш башлап ебәргәйне. Ул әле лә дауам итә. Сәлихтарға ярҙам итеүсе иһә сығышы менән Моҡас ауылынан булған Гөлкәй Шәүкәт ҡыҙы Исмәғилева. Мотал Рәмов оҙаҡ йылдар Йылайыр районы гәзитендә эшләне, 2017 йылда “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивале лауреаты була. Уның һүҙҙәренә “Һөйөүҙер ул”, “Раббым”, “Әүлиәләр иле”, “Йырлар йырым –Йылайырым”, “Парлылар йыры”, “Онотмайыҡ” һәм башҡа популяр йырҙар ижад ителгән. Гөлкәй Шәүкәт ҡыҙы Федоровка районында йәшәй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, әлеге көндә хаҡлы ялда. Үҙнәшер юлы менән “Әкиәт иле – бала саҡ” китабы баҫтырылған, бынан тыш, шиғырҙары“Китап” нәшриәтендә  донъя күргән “Биҙәктәр” тигән йыйынтыҡҡа ингән.  Сәләхтәр менән сәлихтәрҙең Рухи мираҫ йылында халҡыбыҙҙың боронғо ауыҙ-тел ижадының йыр поэзияһы формаһына ҡараған әйтеш жанрын тергеҙеү ысын мәғәнәһендә оло итибарға лайыҡ. Шулай итеп, “Сәләхтәр менән сәлихтәр әйтешен” һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. Әлбиттә, әйтеш бының менән генә туҡталмаҫ, киләсәктә, бәлки, айыҡлыҡ хәрәкәтенә ҡушылған ошо ике ауыл араһында күҙмә-күҙ әйтеш тә булыр, уныһын ваҡыт күрһәтер.

Сәлихтәр менән сәләхтәр әйтешен ҡеүәтләп!Сәлихтәр менән сәләхтәр әйтешен ҡеүәтләп!
Сәлихтәр менән сәләхтәр әйтешен ҡеүәтләп!

Сәләхтәрҙән әйтеш башы

Бер-беренә көнәркәштәр -
Сәлих менән сәләхтәр.
Икеһе лә сәмсел, берҙәм,
Уларҙа бар һәләттәр!
Тыуған ауылым – Сәләхемдә
Бик уңған халыҡ йәшәй!
Сәлихтәр ҙә ҡалышмайҙар,
Бер эштә лә бирешмәй!
“Айыҡ ауыл” исеменә
Ике ауыл да хаҡлы!
Әйҙә, әйтешеп алайыҡ,
Булһағыҙ улар яҡлы!
Сәләх ауылы уңғандары
Бер ниҙе тәләфләмәй.
Йәй мәлендә ҡатын-ҡыҙҙар
Бөртөкләп емеш сүпләй.
Унан ҡалһа, урман гиҙеп,
Бәшмәк эҙләп йүгерә.
Биш-алты һыйырын һауып,
Эш итергә өлгөрә!
Йома һайын Йылайырҙа
Баҙар тулы сәләхтәр!
Ниҙәр генә һатмай улар –
Тауарҙары һәйбәттер!
Сәлихтәрҙән яуап көтәм –
Күрһәтһендәр үҙҙәрен!
Ошо әйтештә еткерһен
Беҙгә әйтер һүҙҙәрен!

 

Сәлихтәрҙең әйтеште ҡабул иткәне
Йылайырҙан хәбәр килгәс,
Тәү ҡалғайныҡ аптырап.
Ҡайнар сәләм ҡабул иткәс,
Йөҙҙәр китте яҡтырып.
Әйтеш бармы, ти сәләхтәр,
Һәр саҡ әҙер сәлихтар!
Сөнки беҙҙә көн итәләр
Булған, уңған халыҡтар.
Илен һөйөр, ерен һөйөр
Ҡыпсаҡтарҙан булабыҙ.
Сәләмгә яуап ҡайтарыу
Беҙҙең изге йолабыҙ.
Бер аҙ танышып китәйек:
Наҡаҫ һыуын эсәбеҙ.
Йәйен ҡомонда ҡыҙынып
Эйек һыуын кисәбеҙ.
Иртә таңдан ҡоштар һайрай
Туғайҙарҙа, таллыҡта.
Бәлки улар сәбәпселер -
Моң күп беҙҙең халыҡта.
Бер яҡтан уңған килендәр,
Ҡыҙҙар бешкән еләктәй.
Йорт хужаһы - ир - уҙаман,
Йәш егеттәр һөлөктәй.

Күгәрсенде телгә алһаҡ,
Һөйләп һүҙем дә етмәҫ.
Ситтән килеп күргәндәрҙең
Иҫенән мәңге китмәҫ!
Ә ярыштан беҙ ҡурҡмайбыҙ,
Теләп ҡабул итәбеҙ!
Әлегә етеп торорҙор,
Һеҙҙән яуап көтәбеҙ!

Сәләхтәрҙең уңғанлығын,
Мотал Рәмов барланы.
Сәлихтарҙың өлгөрлөгөн,
Күгәрсендәр данланы.

Тормошоғоҙ тыныс булһын,
Зәңгәр булһын һауағыҙ!
Сәлих сәләмен еткерә
Һеҙгә Гөлкәй апағыҙ!


Сәләхтәрҙең шәхестәрен данлағаны

Ә сәләхтәр данлы-шаңлы
Үҫәргән ырыуынан!
Илһамға дәрт, көс-ғәйрәтте
Алдыҡ Һаҡмар һыуынан!
Олатайҙарыбыҙ башта
Һаҡмарһыуҙа йәйләгән.
Урыҫтан ерҙәрен һаҡлап,
Яңы ергә түл йәйгән!
Сәғәҙей Солтанов менән
Бар донъяла дан алдыҡ!
Айрат, Рәшит, Фәйез, Фәттәх
Һауаларға юл һалды!
Нәҡ уларҙың хөрмәтенә
Ҡуйылды бит самолет!
Оло юлдан үткән һәр кем
Һоҡланалар таң ҡалып!
Фәрит Рәмов ағайыбыҙ
Сәләхтең ғорурлығы!
Осло ҡәләм оҫтаһы ул,
Аҡһаҡалдың олуғы!
Ауылыбыҙға нигеҙ һалған
Сәләх Мортаев булыр.
Аят менән иҫкә алһаҡ,
Гүрҙәре нурға тулыр!
Ҡырҡҡа яҡын ир-уҙаман
Ил һаҡлап яуға киткән.
Бик күптәре яуҙа ауған -
Дошман башына еткән...
Бына беҙ ҙә таныштырҙыҡ
Ауыл тарихы менән.
Ә ҡалғанын бәйәнләрбеҙ
Үҙенең яйы менән!
Гөлкәй ханыма ҙур рәхмәт -
Таҡмаҡтары бик йәтеш!
Бер-беребеҙҙе хурламай,
Дауам итһен был әйтеш!

 

Сәлихтәрҙең яҡташтарын ҙурлағаны

Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!
Бар эшемде ташлайым,
Ҡағыҙ -ҡәләм ҡулға алып,
Һеҙгә хатым башлайым.
Әүүәл сәләм юллайым:
Елдәй иҫһен был яҡтан!
Сәләх уңғандарына,
Үҫәргәнгә ҡыпсаҡтан,
Һәм Эйектән Һаҡмарға.
Шифа булып ҡуя сәләм
Күңелдәргә ҡай саҡта.
Яйлап һүҙем күсерәм,
Йәннәтәй төйәгемә.
Уның көсө, төҫө һеңгән -
Йөрәгем, һөйәгемә.
“Күгәрсендәй гөрләп эшләп,
Районыбыҙ дан ала...”
Ошо йырҙы йырлап үҫеп
Нығынды һәр бер бала.
Кемдәр тағы ғорурланыр
Оло таланттар менән!?
Ил инәһе булып ҡалҡты,
Мәҫәлән, Зәйнәб инәм.
Шағир, йырсы, бейеүсеһе
Халыҡ атын яулаған.

Дошманға атҡан  батырҙың
Уғы ҡайҙа яумаған?!
Шәһиттәр, Мортазалар -
Илебеҙ ағалары!
Теле булһа, һөйләр ине
Тарих ат дағалары.
Ете ырыу төйәк иткән
Ошо ғәзиз ерҙәрҙе.
(Ә борон бит күк бүренең
Бында төшкән күҙҙәре!)
Сал бөркөттәр оя ҡорған,
Бында ҡая тауҙарҙа.
Һикерешеп балыҡ уйнай,
Иҙел, Эйек һыуҙарҙа.
Дөм ҡараңғы урмандарҙа,
Айыуҙар беҙҙә хужа.
Ҡыйғыр ҡоштар, һәр кейектәр,
Көн итә күрмәй нужа.
Әүлиәләр тәсбих әйткән,
Ырыҫ теләп был ергә.
Шуғалыр ҙа төрлө милләт
Татыу йәшәйҙәр бергә.
Ә танышып бик шәп булды:
Нығынһын шулай ара,
Эйек беҙгә һеҙҙән килә,
Бәлки шулдыр ишара?
Ошо ерҙә туҡтап торам,
Яҙыр һүҙҙәрем тамам.
Һеҙҙең өсөн доға - Хоҙай
Һаҡлаһын күҙҙән яман!
Иң изге теләктә булыр
Гөлкәй апағыҙ һаман!

Сәләхтәрҙең ауыл халҡын данлағаны

Йылайырҙар – моңло халыҡ,
Сәләхтәр ҙә ҡалышмай!
Берәй сара булды ниһә,
Түҙалмайҙар ярышмай!

Өй һалыумы, бесән сабыу,
Картуф сәсеү һәм алыу,
Ҡаҙ өмәһе, һарыҡ ҡырҡыу -
Сәләхтәр бергә, татыу!

Берәй йортҡа килен төшһә,
Бар ҡатын-ҡыҙ шул йортта.
Күмәкләп барын эшләйҙәр –
Туйын да үткәр тот та!

Юлһыҙ инек, юллы булдыҡ –
Автобусы нипочем!
Өй һайын – еңел машина,
Яңғыҙ ҙа түгел, причем!

Яҙлы-көҙлө быуабыҙҙы
Тултырып йөҙә ҡаҙҙар!
Унан ҡалһа, өмә яһап,
Эй, рәхәтләнәләр ҡыҙҙар!

Ҡаршытауға менеп ҡара –
Урамыбыҙ шәм кеүек!
Көҙгөләй асфальттар буйлап
Йөрөйбөҙ туфли кейеп!

Өҫкә ауып тора урман,
Ағасҡа һис ҡытлыҡ юҡ!
“Һә” тиһәң, емгә әйләнә –
Мал да, ҡош-ҡорттар ҙа туҡ!

Йылайырҙар ҙа талантҡа,
Ай-һай, һеҙҙән ҡалышмай!
Ишмулла, Фәрит, Азаттар
Районыбыҙҙы данлай!

Мин дә нөктә ҡуйып торам -
Иртәгегә һүҙ ҡалһын!
Беҙҙең былай әйтешеүҙән
Һағынып һөйләр эҙ ҡалһын,

Бергә булырға яҙһын!

 

Сәлихтарҙың таҡмаҡ ҡойғаны

Һеҙҙең яҡты күргәнем бар,
Һаҡмарҙы бар кискәнем;
Килендәр бешкән ҡымыҙҙы
Тәмләп кенә эскәнем.
Беләм, һеҙҙә халыҡ уңған,
Сәсән телле, тапҡырҙар.
Ҡоҙа - ҡоҙағый түрендә
Булдым бик күп тапҡырҙар.

Ә бөгөнгә тәҡдим итәм,
Һеҙгә музыкаль пауза!
Таҡмаҡ әйтеп бейеүҙән дә
Була күңелгә файҙа.
Йә, әйҙәгеҙ, яңғыратайыҡ
Йәмле Һаҡмар яҡтарын!
Һеҙҙең ҡарамаҡҡа, дуҫтар,
Күгәрсен таҡмаҡтары!
Таҡмаҡ әйтәм:
Ағиҙелгә бараһыңмы,
Ә мин барам Эйеккә.
Эйектә ҡойонған ҡыҙҙар
Оҡшаш нәфис кейеккә.

Быныһы әүлиә тауҙары,
Тегеләре - Мораҙым.
Мораҙым менән йәннәттең -
Аралары бер аҙым.

Йәншишмә янында туҡтап,
Тәңкә һалып һыу эстем.
Күңел китте ҡанатланып,
Әйтерһең, даръя кистем.

Аҡсарлаҡтар уйнап оса
Йомағужа өҫтөндә.
Йәнтөйәгем балҡып яна
Ете йәйғор төҫөндә.

Күҙ ташланым тирә - яҡҡа
Ҡыҙылташтың үренән.
Был бейектән Күгәрсенем

Ожмах булып күренә.

Гөлкәй апай таҡмаҡ әйтте,
Бейенеләр Сәләхтәр.
Бына шулай асыҡлана
Халыҡтағы һәләттәр!

 

Сәләхтәрҙең ауыл менән таныштырғаны

Әүлиәләр төйәгенең
Беҙҙә булалыр башы!
Һүҙҙәремә ҡеүәт бирә
Изге Пәйғәмбәр ташы!

Әлмисаҡта таш өҫтөнән
Ялан аяҡ үткән ул...
Ғүмерҙә лә юйылмаҫлыҡ
Эҙҙәр һалып киткән ул!

Шишмәһе лә тере әле –
Һулҡылдап ағып ята.
Фарсы телендә яҙылған,
Иҫән, доғалы таш та!

Ауыл һайын  тип әйтерлек,
Әүлиә ҡәберҙәре.
Бик борондан килә улар –
Беләбеҙ ҡәҙерҙәрен!

Күпме генә талаһа ла,
Ҡаҙаҡ баҫҡынсылары,
Ҡылысҡа башын эймәгән
Үҫәргән яусылары!

Уҡ-һаҙағын ҡорал итеп,
Күпме яуҙы ҡайтарған!
Ырыуым егеттәренә
Рәхмәт ҡайта-ҡайтанан!

Әле лә Сәләх ауылы
Көрәшселәргә бик бай!
Динар, Айҙар, Илнур,
Радмир, Салауаттар
Ауыл намыҫын һаҡлай!

...Бөгөн сәхнә түрҙәрендә
Гөлсөм, Руслан, Динистәр...
Рәсәй киңлеген иңләйҙәр
Күпме ҡыҙҙар-егеттәр!

Барыһын да һанап бөтөү
Мөмкин дә булмаҫ инде.
Маҡтарлыҡтары булмаһа,
Яҙып та тормаҫ инем.

Әйҙә, ханым, әйт һүҙеңде!
Түлкә оҙаҡ көттөрмә!
Ысын исемең йәшермә,
Йөҙ һыуымды түктермә!

Белеп торам, күреп торам ,
Кемлегең – һүҙҙәреңдә!
Пәрәнжә кейер саҡ түгел,
Тигеҙбеҙ мин дә, һин дә!

Ә мин ғорурланып әйтәм –
Мотал була исемем!
Кәрәк мәлдә телеп һала
Аллаһым биргән телем!

Йылайырҙар өҙә баҫа,
Күгәрсендәр таҡмаҡлай.
Йырлы-моңло мәжелестә
Ғәйбәткә урын ҡалмай!

Әйттер заманаһында,
Теттер заманаһында!
Яҙған булһа, бейешербеҙ
Эйектә, Һаҡмарында!

Күгәрсен һөтө генә юҡ
Йылайыр баҙарында!
Беләм, сәлихтәр бик йомарт,
Ҡунаҡта булмаһам да!

 

Гөлкәй сәсәниәнең Мотал сәсәнгә әйткәне
Үҙем турала һөйләргә
Бик яратып бармайым.
Әммә берәр һорау килһә,
Яуапһыҙ ҙа ҡалмайым.
Мотал сәсән, пәрәнжәлә
Түгелмен үҙем былай.
( Ул ҡәҙәре өнәмәйем,
Миңә яулыҡта ҡулай).
Гөлкәй минең үҙ исемем,
Әсәйем ҡушҡан һөйөп.
Ә үҫтем Эйек буйының
Бар гүзәллеген йыйып.
Моҡас минең тыуған ауыл,
Муллабайҙар тоҡомо.
Яман юлдаш итмәгеҙ, тип,
Әсәм йәштән туҡыны.
Шуғалыр ҙа ғүмер буйы
Гел гүзәллек эҙләнем.
Әҫәрләнеп ҡош моңона,
Тәбиғәтте күҙләнем.
Шаянлыҡҡа, тапҡырлыҡҡа
Мин халҡымдан өйрәндем.
Сәсән телле ҡәртәсәмдең
Йырҙарынан көйләндем.
Ә сәлихтәр ят түгелдәр,
Ҡунаҡҡа күп йөрөнөм.
Йәш саҡта ла дыу килтереп
Клубтарында бейенем.
Саҡырыу килгәс Сәләхтән
Ҡалғым килмәне тороп.
Сәлихтәрҙән рөхсәт һорап
Әйтеште ҡуйҙым ҡороп.
Мотал сәсән, ризаһыңдыр
Минең ошо яуапҡа?
Ә мин үҙем башым эйәм
Һеҙҙең оло талантҡа.

 

Мотал сәсәндең Гөлкәй сәсәниәгә яуабы
Бына, рәхмәт, ысындан да
Гөлкәй икәнһегеҙ шул!
Милләт өсөн янып-көйөп,
Гөлдәй үҫкәнһегеҙ шул!
Сәсән телегеҙгә ҡарап,
Берәү менән бутаным...
Шуға ла бит исемегеҙ
Фейктыр тип уйланым...
Бик мәслихәт, былай булғас,
Һыҙғанайыҡ еңдәрҙе!
Форсат барҙа, түкмәй-сәсмәй,
Теҙәйек әйтер һүҙҙәрҙе!
Илем, ерем таланғанға,
Эй, һыҙлана йөрәгем...
Башҡорт ҡаны тамырымда,
Түҙеп булмай, күрәһең...
Француз “инвесторҙары”
Ер һатып ала, имеш...
Ерһеҙ ҡалған аҫабалар
Ҡайҙа барырға тейеш?
Кемдер байый, ә бәғзеләр
Иле өсөн йәш түгә...
Йәш түкмәгән аҫау улдар
Төрмәлә билен бөгә...
Килде заман... ҡайғырмаған,
Борсолмаған кеше юҡ.
Байлыҡҡа сәсәгәндәрҙең
Ил халҡында эше юҡ!
Ни ҡылаһың, етеп торор,
Һөйәкһеҙ тел туҡтамаҫ!
Тел менән тирмән тартыуҙан
Халыҡҡа бәхет йоҡмаҫ!

 

Гөлкәй сәсәниәнең Сәлих тураһында әйткәне

Бөгөн минең яҙыр һүҙем
Бер аҙ Сәлих тур(аһ)ында.
Тыныс ҡына ул көн итә,
Йәннәткә тиң урында.
Бер яҡтан Наҡаҫ иркәләй,
Икенсе яҡтан  - Эйек.
Ышыҡ яһап өйәңкеләр,
Үҫәләр күккә тейеп.
Ауылыбыҙ бик ҙур түгел,
Бер урамлы, кес кенә.
Күркәмлектә башҡаларҙан
Ҡалышмай ул һис кенә.

Замана әсе еле лә
Беҙҙе урап үтмәне.
Заманында йомғаҡтарҙың
Ул ниндәйен һүтмәне...
Хәлдәр шулай:ә легә шул
Эшләй беҙҙә тик бер клуб.
Ауылыбыҙ уртаһында
Ул тора маяҡ булып.
Күркәм - күркәм өйҙәр киткән
Ике яҡтан теҙелеп.
Халыҡ уңғанлығы тора
Әллә ҡайҙан һиҙелеп!
Көтөү малдар, ҙур баҡсалар,
Ул умарта ҡорттары!
Шулар менән ҡотон һаҡлай
Беҙҙең ауыл йорттары.
Ә кистәрен беҙҙе клубта
Төрлө саралар көтә.
(Бына шулай, өлгөр булғас
Уға ла ваҡыт етә!)
Ике йылға ҡосағына
Сумған бер ауыл күрһәң,
Ошо беҙҙең Сәлих булыр,
Ҡаршы алырбыҙ керһәң!
Ира - Магнит юлы буйлап
Килеп әгәр һораһаң,
Барыһы ла күрһәтерҙәр
Һеҙгә юлдың тураһын!
Наҡаҫ тиһәң дә белерҙәр,
Ә Сәлих тиһәң - күптән!
Беҙ ҡунаҡсыл, кермәй ҡалма,
Ошо юлдан бер үтһәң!


Мотал сәсәндең сәлихтәргә әйткәне

Сәләм һеҙгә, Сәлих дуҫтар!
Ни хәлдәрҙә ятаһыҙ?
Таҡмаҡ әйтеп, бейей торғас,
Төшөп ҡалған ҡатағыҙ!

Мин дә булдым Күгәрсендә,
Эй, һыйланы мораҡтар!
Ҡымыҙ нимә...

Бары менән
Тулды беҙҙең ҡорһаҡтар!

Буҙанан да ауыҙ иттек,
Ҡаҙы-ялы тәмләнек...
Тағы әллә нәмәләрҙең
Исемдәрен белмәнек...

Унан аҙаҡ туйымбәттәр
Аяғүрә һыйланы.

Санъяптар ҙа саҡыра ине,
Барырлыҡ хәл ҡалманы...

Күгәрсендәр хәтәр икән –
Бейегәндә һыҙғыра!
Хәлең бармы, тип һорамай,
Тығынып, тығындыра!

Тағы шуға күңел булды –
Мораҡтар оҫта баҫа!
Уң аяҡта дробь бирһә,
Янындағылар ҡаса!

Мораҡта булғанды белеп,
Килеп етте таймаҫтар!
Уй-байға ҡумай саҡырып,
Тырышты ҡайтармаҫҡа...

Ҡунаҡ булһаң – тыйнаҡ бул, тип,
Баш тарттыҡ ипле генә.
Бына шулай, Күгәрсендән
Ҡайттыҡ күңелле генә!

Йомағужа, Ибрайҙа
Йәшәй минең дуҫтарым.
Тағы бик күп ауылдарҙан
Булды һабаҡташтарым.

Һанай китһәң, күгәрсендәр
Миңә бер ҙә ят түгел!
Шундай дуҫтарым булғанға,
Һәр саҡ шатлана күңел!

Сәлихтәр менән сәләхтәр әйтешен ҡеүәтләп!
Сәлихтәр менән сәләхтәр әйтешен ҡеүәтләп!
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас