

2014 йылдан бирле үткәрелеп килгән был мәртәбәле проекттың авторы һәм етәксеһе -Башҡортостандың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина.
Еңеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡотланы.
Радий Фәрит улының ҡотлау сәләмендә былай тиелә:
“Ерҙә иң юғары тәғәйенләнеш – әсә булыу. Ҡатын-ҡыҙ ғаилә усағын һаҡлай. Дини башланғыстарҙы, туған телде, халыҡ традицияларын һаҡлауҙа, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән иң сағыу, иң әүҙем йәмәғәтселәрҙе берләштереп, ил тормошонда мөһим ваҡиғаға әүерелә. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар һайлаған һөнәрҙәрендә юғары үрҙәргә өлгәшә”.