Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
2 Март 2022, 07:37

Төбәгебеҙ ҡото - әүҙем, татыу йәш ғаилә

Һау-сәләмәт йәшәү рәүешен һайлап һәр яҡлап камиллыҡҡа ынтылған, әүҙем, егәрле, татыу  йәш ғаиләләр - һәр төбәктең ҡото. Бәхеткә күрә, беҙҙең Мораҡ ауылында ла байтаҡ ундайҙар.  Бөгөн һүҙебеҙ ҙә тап шуларҙың береһе – Гүзәл менән Рәил Камалетдиновтар хаҡында.  Эшһөйәрҙәр ғаиләһендә тәрбиәләнгән Гүзәл Әхмәт ҡыҙы үҫмер сағынан уҡ  волейбол, баскетбол уйнарға әүәҫ була. Мәктәптең ҡатнаш волейбол командаһы ағзаһы булараҡ, спорт ярыштарынан ситтә ҡалмай, уҡыу буйынса ла алдынғылыҡты бирмәй. Мораҡ 1-се урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлағас, 2002-2007 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть  техник университетының иҡтисад институты факультетында белем ала.

Төбәгебеҙ ҡото - әүҙем, татыу йәш ғаиләТөбәгебеҙ ҡото - әүҙем, татыу йәш ғаилә
Төбәгебеҙ ҡото - әүҙем, татыу йәш ғаилә

 Йәш белгес бер нисә йыл Туймазы ҡалаһында эшләп, һөнәре буйынса тәжрибә туплағас, артабан хеҙмәт юлын тыуып үҫкән ерендә дауам иттерә. Әлеге көндә лә нефть ҡыуҙырыу һәм эшкәртеү станцияһында эшен яратып башҡара. Спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡытын таба.

 Тормош юлдашы Рәил Рафиҡ улы ла район үҙәгенең тырыш, өлгөлө ғаиләләренең береһендә тыуып үҫкән. Юғары белемле, булдыҡлы ир аҫылы - “Транснефть” ойошмаһының намыҫлы хеҙмәткәре, ғаиләһенең ышаныслы терәге, береһенән-береһе һөйкөмлө ике ҡыҙҙың хәстәрлекле атаһы.

 Мөхәббәт емештәре – Элина менән Ангелина  ата-әсәһенә оҡшап әүҙемдәр, спорт уйындарында ҡатнашырға ярата. Киләсәктә, моғайын, уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғылыҡты бирмәҫтәр...

 Күмәкләшеп кистәрен шахмат уйнау, ҡышҡыһын саңғыла шыуыу һәм бассейнға йөрөү спорт һөйөүсе Камалетдиновтарҙың ғаиләһендә матур ғәҙәткә ингән. Бына шулай, ғүмерҙәренең гүзәл мәлен, дәртле сағын заяға уҙҙырмай, әүҙем, һау-сәләмәт тормош алып бара улар. Яҙмабыҙ геройҙарынан күптәребеҙгә өлгө алырлыҡ.

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас