

*Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йыл яҡшы була.
*Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.
*Оҙон боҙбармаҡтар – яҙҙың оҙаҡҡа һуҙылыуына.
*Ҡоштар йылы яҡтан көтөү-көтөү булып килһә – берҙәм яҙға.
*Ҡыр ҡаҙҙары бейектән осһа, һыу күп, түбәндән осһа – аҙ була.
*Торналар иртә килһә, яҙ иртә килә.
*Бал ҡорттары иртә оса башлаһа – һәйбәт яҙға.
*Мартта шарт та шорт, апрелдә апырыр ҙа шапырыр.
*Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр.
*Әгәр беренсе мартта йылы булып, тамсылар тамып торһа, ҡар тиҙ ирер, йәй ҙә яҡшы килер.
*Март сыҡмай – дәрт сыҡмай.
*Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
*Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
*Беренсе мартҡа тиклем ҡара ҡарға күренһә, ҡар тиҙ китер.
*Егерме бишенсе мартта ямғыр яуһа, арыш уңыр.
*Мартта ҡар яуһа, баҡса емештәре уңыр.