Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
24 Февраль 2022, 09:11

Байрамығыҙ ҡотло булһын!

Хөрмәтле матбуғат ветераны Вәли Ғәбит улы Байморатовты иҫтәлекле ғүмер байрамығыҙ – 80 йәшлек олпат юбилейы айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ!

Байрамығыҙ ҡотло булһын!Байрамығыҙ ҡотло булһын!
Байрамығыҙ ҡотло булһын!

Һеҙ - гәзитебеҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырған, намыҫлы хеҙмәтегеҙ менән ҙур ихтирамға, абруйға эйә булған шәхестәрҙең береһе. Тормошоғоҙҙоң, хеҙмәт юлығыҙҙың күп өлөшөн журналистика эшенә бағышланығыҙ, оҙаҡ йылдар етәксе булып эшләп, район гәзитенең үҙ йөҙөн булдырыуға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерҙегеҙ. Тырыш хеҙмәтегеҙ районда ғына түгел, республика кимәлендә лә танылыу алды. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем һәм бик күп төрлө Почет грамоталары, рәхмәт хаттары быға асыҡ дәлил. Һеҙҙең эш дәүерендә гәзиттәребеҙ район тормошон сағылдырыусы көҙгөгә әйләнде. Һеҙ булдырған был яҡшы традиция бөгөн дә дауам итә.

 Яңы эшкә килгән, артыҡ тәжрибәһе булмаған йәштәргә кәрәк саҡта ярҙам итеүҙе, иң ҡуйыуҙы үҙегеҙҙең мөҡәддәс бурысығыҙ тип  һананығыҙ. Һәр эшкә үтә лә яуаплы ҡарауығыҙ, кешелекле булыуығыҙ менән һеҙ һәр ваҡыт  беҙҙең өсөн ҙур үрнәк булдығыҙ.

Хөрмәтле Вәли Ғәбит улы! Һеҙгә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбеҙ.  Тыуыр таңдарығыҙ тыныс, һаулығығығыҙ  ныҡ, ғүмерегеҙ бәхетле булһын! Улығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, яҡындарығыҙҙың күңел йылыһын тойоп, мул тормошта йәшәргә яҙһын, йән тыныслығы ташламаһын.

Һәр ваҡыт шулай ихлас күңелле, көсләс йөҙлө, көслө рухлы, кешелекле булып ҡалығыҙ!

Автор:
Читайте нас