Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Февраль 2022, 06:13

“Беҙ ҙә Ватанды һаҡланыҡ!”

- Ун һигеҙ йәшебеҙ тулған йылда беҙ армия сафына алындыҡ. Күгәрсен районынан 7 кеше киттек. Был 1977 йылдың 20 апреле ине, -ти Рәфис Ишемғолов.

“Беҙ ҙә Ватанды һаҡланыҡ!”“Беҙ ҙә Ватанды һаҡланыҡ!”
“Беҙ ҙә Ватанды һаҡланыҡ!”

- Хайсаров Өлфәт менән беҙ беренсе кластан бергә уҡыныҡ. Башланғыс кластарҙа беҙҙе Ишемғолова Шәүрә Сөнәғәт ҡыҙы уҡытты, хәреф танырға, уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү менән бер рәттән малайҙар һәм ҡыҙҙарҙа патриотик тойғоларҙы үҫтерҙе, илде һаҡлау – иң тәү сиратта ир-егеттәрҙең изге бурысы тигән фекерҙе һәр беребеҙ күңеленә һеңдерҙе. Юғары кластарҙа Ташбулатова Рәшиҙә Мәхийән ҡыҙы беҙҙең класс етәксеһе булды, ул дәрестәрҙе, кластан тыш сараларҙы төрлө кисәләрҙе бик ҡыҙыҡлы итеп үткәрә ине. Шаулап-гөрләп мәктәп йылдары һә тигәнсе үтеп тә китте, - тип яҙа беҙгә Рәфис Ишемғолов.

- Ун һигеҙ йәшебеҙ тулған йылда беҙ армия сафына алындыҡ. Күгәрсен районынан 7 кеше киттек. Был 1977 йылдың 20 апреле ине. Өфөлә – йыйылыу пунктында ятҡанда бер майорҙан Өлфәтменән икебеҙҙе бер ергә хеҙмәт итергә ебәреүҙәрен һораныҡ. Тик беҙ теләгәнсә булманы: мине Германияға, ә ӨлфәттеВенгрияға ебәрҙеләр. Советтар Союзына мин 20 апрелдә әйләнеп ҡайттым. Ә Өлфәт дуҫым хәрбиә бурусын үтәп 19 апрелдә ҡайтҡан икән. Ошо фотоһүрәтте беҙ армиянан ҡайтҡас, паспорт алырға барғанда төштөк.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас